Республикабыҙҙың исемен йөрөткән, заманыбыҙҙың, бөгөнгө тормошобоҙҙоң көҙгөһө булған «Башҡортостан» гәзите сыға башлауға 95 йыл тулды. Нисәмә быуын өсөн ул тоғро юлдаш, таяныс, кәңәшсе һәм рухиәт, аң-белем шишмәһе булды. Халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни ҡаҙанышына әүерелгән, аҙнаһына биш тапҡыр донъя күргән был олпат, абруйлы ижтимағи-сәйәси баҫманы хәҙер Рәсәйҙең күп тарафтарында уҡыйҙар. Гәзиттең сайтына инеүселәр сафының көндән-көн арта барыуы ла шуны дәлилләй.
Гәзит биттәрендә публицистиканың көсәйеүе, «Өлгөрбай яҙмалары»ның тергеҙелеүе, тәнҡит мәҡәләләренең артыуы, уларға рәсми органдар биргән яуаптарҙың баҫтырылыуы, шиғри шәлкемдәр, хикәйә-юморескалар, сканвордтар, йырҙар һәм башҡа бик күп мауыҡтырғыс материалдарҙың донъя күреүе — быларҙың барыһы ла «Башҡортостан»дың бөгөнгө йөҙөн билдәләй. Уҡыусыларыбыҙ йылы ҡабул иткән “Ижтимағи мөнбәр”, “Аҙна ҡаҙнаһы”, «Халыҡ тауышы», «Ни өсөн?», «Борсоулы хат эҙенән», «Юрист кәңәштәре», «Көн һайын ошо урында», «Телгенәм-бергенәм», «Асыҡ дәрес», «Умартасылыҡ серҙәре», «Финанс ғилеме», «Эй, тормош…», «Мең дә бер кәңәш», «Шаңдау» кеүек рубрикаларҙа сыҡҡан мәҡәләләрҙе һәр кем көтөп ала. «Аҡмулла», «Башҡорт донъяһы», «Тубырсыҡ», «Тәгәрмәс», «Эшҡыуар», «Сәләмәт булайыҡ!», «Йорт-ҡура», «Йәнтөйәк», «Матур үтһен ялығыҙ!» һәм башҡа махсус биттәр күптәрҙең күңеленә хуш килә. “Ҡәләмгир”, “Башҡорт эшҡыуарлығы”, “Ватан тарихы – халҡыбыҙ яҙмышы”, “Районымдың ете мөғжизәһе” исемле конкурстарға ижади эштәр килеүен дауам итә, һеҙҙән дә ошо темалар буйынса төплө мәҡәләләр көтәбеҙ, туғандар!
Гәзит даими рәүештә уҙғарған «тура бәйләнеш»тәрҙә, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә халҡыбыҙҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә, уларҙы уҡып күптәр кәрәкле мәғлүмәткә эйә була. Ғөмүмән, мөхәрририәт «Башҡортостан»ды барлыҡ уҡыусылар өсөн – олоһона ла, кесеһенә лә – файҙалы баҫма итергә тырыша. Әммә шуныһы үкенесле: күңел йылыһы һалып нәшер ителгән гәзит күп ғаиләләргә барып етмәй. Берәүҙәр аҡса юҡлыҡҡа һылтанһа, икенселәр гәзиттең һуңлап килеүенә зарлана.
Хәйер, һуңғы йылдарҙа милли телдәрҙә сыҡҡан барлыҡ гәзит-журналдар ҙа подписка уҙғарыуҙа ҙур ауырлыҡ кисерҙе. Бәхеткә күрә, республикабыҙ Президенты октябрҙә 2013 йылдың тәүге яртыһына ижтимағи-сәйәси баҫмаларға яҙылыуҙы ойоштороуҙы башҡарма власть органдарына йөкмәтеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был — барлыҡ гәзит-журнал редакциялары күптән көткән бик кәрәкле документ. Хәҙер министрлыҡтар, предприятиелар, ойошмалар ғына түгел, ҡала, район хакимиәттәре лә матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләһе менән туранан-тура шөғөлләнергә тейеш.
Йәмғиәтебеҙ Интернеттағы бысраҡ мәғлүмәттәр, үҙәк телевидениелағы әхлаҡһыҙ тапшырыуҙар, үлтерешкә ҡоролған фильмдар менән «ағыуланған» бер мәлдә, иманды алға һөргән, гел яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа өндәгән «Башҡортостан» гәзитен һеҙҙең төбәктә яратып уҡыусылар сафы киләһе йылда бермә-бер ишәйер тигән өмөттәбеҙ. Уға яҙылыу хаҡтары (алты айға) түбәндәгесә: аҙнаға биш тапҡыр сыҡҡаны (индексы – 50600) – 706 һум 32 тин; йома һаны (индексы – 31805) – 146 һум 64 тин; электрон гәзиткә яҙылыу хаҡы – 150 һум.
Беҙ, журналистар, «Башҡортостан» ысын халыҡ гәзите булһын тип тырышабыҙ. Уҡыусыларҙың хаттарына, даими авторҙарҙың көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләренә һәр һанда ҙур урын бүленә. Төплө мәҡәләләре, фәһемле мәғлүмәттәре, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәре, ғөмүмән, яңы конкурстары, шәп проекттары менән һеҙҙе артабан да һөйөндөрәсәк әле баҫмабыҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Хаҡына ҡарама, атына ҡара, ти халҡыбыҙ. Атыбыҙ ҙа, затыбыҙ ҙа бер: беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ. Рухи хазинаға бәрәбәр «Башҡортостан» гәзите һеҙҙең генә түгел, күрше-күләнегеҙ, туған-тыумасағыҙҙың да ғаилә баҫмаһына әүерелеп, өйҙәрегеҙҙең йәме, ҡото булһын!
МӨХӘРРИРИӘТ.