Яман шештән, ҡан әйләнеше сирҙәренән мәрхүм булыусылар һанын, сабыйҙар үлемен кәметеү “2011 – 2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында юғары технологиялы медицина ярҙамын үҫтереү” программаһының төп маҡсаты булып тора. “Берҙәм Рәсәй” партияһы лидеры, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин иғлан иткән “Юғары технологиялы операциялар” проекты программаның һөҙөмтәлелеген бермә-бер арттырасаҡ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында уҙған кәңәшмәлә һүҙ шул хаҡта барҙы.
Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениеларының юғары технологиялы операциялар яһау буйынса тәжрибәһе Европа кимәленә тиңләшерлек. Мәҫәлән, Республика кардиология диспансерында яһалма ҡан әйләнеше шарттарында ҡатмарлы операциялар уңышлы үтә.
– 2011 йылда һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында юғары технологиялы операция яһауға 843 квота бүленде, 2009 йылда 492 ине. Йыл аҙағынаса квоталар тулыһынса үҙләштерелергә тейеш, – тине Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев.
Юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙең икенсе йүнәлеше – федераль ҡаҙна иҫәбенә илдең махсуслаштырылған медицина учреждениеларында дауаланыу. Быйыл Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы Башҡортостан халҡына 2 613 квота бүлгән.
– Һәр квота артында кеше ғүмере тора. “Юғары технологиялы операция” проектының ҡабул ителеүе, Рәсәйҙә квоталар һанының тағы 20 меңгә арттырылыуы – ҡыуаныслы хәл. Беҙгә федераль ярҙамды йәлеп итеүҙә, пациенттарыбыҙҙы илдең махсус дауаханаларына ебәреүҙә әүҙемерәк булырға кәрәк, – тине Георгий Шебаев, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге бөгөнгө бурыстарҙың береһен билдәләп.
Н. ХӘСӘНОВА.