Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының эмблемаһына һәм слоганына республика конкурсы үткәрә.
Бәйгенең маҡсаты – республикала йәшәүселәрҙең ижадына этәргес биреү, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова әйтеүенсә, унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Конкурстың шарттары менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Еңеүсене "Тәбиғәт" журналына йыллыҡ яҙылыу һәм Почет грамотаһы көтә.
Эштәрҙе электрон файлда һәм ҡағыҙҙа килеш 20 декабргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86-сы йорт (213-сө бүлмә – ойоштороу бүлеге) адресы буйынса тапшырырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон – 8(347) 272-36-85.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзите конкурсҡа ихлас ҡушылды. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға редакцияның биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисовтың эмблема эскизын тәҡдим итәбеҙ.
Г. САЛАУАТОВА.