Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” йәмғиәтенең хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Һүҙ инвестиция йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу тураһында барҙы. Был инвестиция 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүҙе финанслау өсөн файҙаланыласаҡ.
Осрашыу барышында шулай уҡ республика Хөкүмәте һәм Рәсәй Һаҡлыҡ банкы араһындағы килешеүҙең үтәлеше тикшерелде.
Һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе урынбаҫары Андрей Донских Рөстәм Хәмитовты Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан филиалының яңы идарасыһы Сергей Попов менән таныштырҙы. Элекке етәксе Олег Ғәниев Һаҡлыҡ банкының вице-президенты итеп һайланған һәм хәҙер барлыҡ төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә. Иҡтисад өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм банк системаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Президенты Олег Ғәниевте Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Л. НУРЕТДИНОВА.