Ә һин хоҡуҡтарыңды беләһеңме?12.12.2012
Рәсәй Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. СССР тарҡалғандан һуң, яңы тарихи шарттарҙа илебеҙ, башҡа союздаш республикалар кеүек үк, үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. Еңел булмаған күсеү осоронда ҡабул ителгән мөһим документ яңы дәүләт һәм иҡтисад структураларын тотороҡландырыуҙа мөһим факторҙарҙың береһенә әйләнә.
Ғәмәлдәге Конституция ил тарихында тәүгеһе түгел, уға тиклем 1978 йылғы Төп Закон буйынса йәшәнек. Әлегеһе совет осорондағыларынан тәү сиратта үҙаллы дәүләттеке булыуы менән айырыла.
Ил Конституцияһы үҙенең төп бурыстарын үтәйме, беҙҙә кеше хоҡуҡтары тейешенсә яҡланамы? Ғөмүмән, был иҫтәлекле датаға йәмғиәттә ниндәй баһа бирелә? Йәштәр Төп Закондың әһәмиәтен беләме икән? Һорауҙарға яуапты гәзит уҡыусылар араһында эҙләнек.

Уйылдан ҒӘЛИН, Башҡортостан юлдаш телеканалының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе:
— Мин беҙҙең Конституцияның Америка Ҡушма Штаттарыныҡы һымаҡ булыуын теләр инем. Бында эш уларҙа нимә яҙылыуында түгел. АҠШ-тың Төп Законы бер яҙылған да быяла аҫтына һалып ҡуйылған, уны бер кем дә үҙгәртә лә, төҙәтә лә алмай. Беҙҙә иһә йыл һайын тиерлек Конституцияны яраҡлаштырып торалар. Минеңсә, был дөрөҫ түгел.
Фидан ҮМӘРҒӘЛИН, эшҡыуар:
— Эйе, Конституциябыҙ бар, ул ғәмәлдә. Әммә шундай һорау тыуа: унда нимә яҙылғанын бөтәһе лә беләме икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ шул. Төп Законды белеп етмәү сәбәпле, кеше үҙенең хоҡуҡтары тураһында ла аныҡ ҡына хәбәрҙар түгел. Ә был хоҡуҡи наҙанлыҡҡа, битарафлыҡҡа килтерә. Әлбиттә, Конституцияның әһәмиәтен аңлайбыҙ. Илебеҙ граждандарының хоҡуҡтары гаранты булған иң мөһим документ бит ул.
Резида МӘХМҮТОВА, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре:
— 1993 йылда ҡабул ителгән Конституция нигеҙендә юғары дәүләт власы органдары структураһы үҙгәрҙе, хакимиәт сиктәрен бүлешеүҙең эҙмә-эҙлекле принцибы билдәләнде, Рәсәйҙең федераль ҡоролошон камиллаштырыу буйынса етди аҙымдар яһалды. Конституцияны һәр граждан белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер чиновниктар, дәүләт органдарында эшләүселәр ҡануниәтте белеп бөтмәү сәбәпле, кеше хоҡуҡтары тупаҫ боҙола. Быға юл ҡуйырға ярамай, шуның өсөн үҙеңдең белемле булыуың кәрәк.
Тимур РӨСТӘМОВ, йәш белгес:
— Дөрөҫөн әйтәм: мин Конституцияны насар беләм. Мәктәптә арлы-бирле генә өйрәттеләр, институтта ла әллә ни иғтибар бүленмәне. Унда минең хоҡуҡтарым яҙылғанын аңлайым, уны үҙем уҡып белергә тейешмен дә кеүек. Тик дәүләт яғынан да Төп Законды өйрәтеүгә иғтибар ҙурыраҡ булһын ине, тигән теләк бар.
Зифа НӘҒИМОВА, башҡорт теле уҡытыусыһы:
— Конституция киң хоҡуҡтар бирә: илебеҙҙә азат кеше булараҡ йәшәй алабыҙ, дәүләт беҙҙе яҡлай. Үҙ телебеҙҙә аралашыу, белем алыу, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү мөмкинлеге бар. Әммә Рәсәй төбәктәренең барыһында ла былар үтәләме икән? Һуңғы арала туған телдәргә ҡарата ниндәйҙер ҡыҫым барлыҡҡа килә башлаған кеүек. Мәғарифта төбәк компоненты бөтөрөлә. Минеңсә, был Конституцияға ҡаршы килә.
Ә. ИЛДУСОВА яҙып алды.


Вернуться назад