12 – 18 декабрға йондоҙнамә10.12.2011
Эштә әүҙемлекте арттырып, ҡасандыр ҡул теймәгән проекттарға ҡайтанан тотонор мәл. Тормошоғоҙ һеҙ теләгәнсә бармауына һылтанмағыҙ. Бары тик ашыҡмаҫҡа кәрәк. Ваҡытығыҙҙы алдан самалап эш итегеҙ. Был аҙнала сәйәси структуралар, медицина һәм тирә-яҡ мөхит менән бәйле ауырлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ижад кешеләре өсөн уңышлы аҙна булмаҡсы. Үҙегеҙҙе күрһәтеү өсөн һәйбәт ваҡыт. Илһам киләсәк, мөмкин тиклем күберәк эшләп ҡалығыҙ.
Ошо осорҙа балаларығыҙҙың ыңғайына һыпырырһығыҙ. Һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, улар ҡушыуынса йәшәрһегеҙ.
Дүшәмбе әүҙем эш көнө. Көнө буйы тир түккәндән һуң, кисен дуҫтарығыҙ менән осрашыу кәйефегеҙҙе күтәрер. Шишәмбе – ауыр көн. Эштә күп нәмә һеҙгә бәйле буласаҡ. Шаршамбы юлда һаҡ булығыҙ. Һүҙ турғай түгел, осоп сыҡһа, тотоп булмаясағын иҫегеҙҙән сығармағыҙ һәм артыҡ асылып китмәгеҙ. Кесе йома күптән борсоған проблемалар хәл ителер.Йома бөтә башланғыстарығыҙ ҙа уңышлы булыр.

ҠУҘЫ
(21.03 — 20.04)
Эште ваҡытында башҡарыу мөмкин түгел икән, баш аша ырғып маташмағыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ һеҙҙе аңламаҫ.

БУҒА
(21.04 — 21.05)
Мөмкин тиклем күберәк эшләп ҡалығыҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Аҙна уңышлы буласаҡ.

ИГЕҘӘКТӘР
(22.05 — 21.06)
Уйланылмаған аҙым яһауҙан һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙ өсөн генә түгел, яҡындарығыҙ өсөн дә яуап бирергә тура килер, шуға уларҙы ла контролдә тоторға тура киләсәк.

ҠЫҪАЛА
(22.06 — 23.07)
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы мөмкин. Был хәл бер аҙ кәйефегеҙҙе төшөрөр. Тик хистәргә бирелер мәл түгел, хәл-ваҡиғаларға икенсе күҙлектән бағығыҙ.

АРЫҪЛАН
(24.07 — 23.08)
Тәнҡитте күтәрә алмаясаҡһығыҙ. Айырыуса урынһыҙ тәнҡит сығырығыҙҙан сығарыр. Ҡыҙыулыҡ эшегеҙҙә бер аҙ ҡамасаулар.

ҠЫҘ
(24.08 — 23.09)
Ығы-зығынан ялҡҡанһығыҙ. Үҙегеҙгә саҡ ҡына ял бирегеҙ. Театр, киноға барып, кәйефегеҙҙе күтәреп алығыҙ.

ҮЛСӘҮ
(24.09 — 23.10)
Үҙ көсөгөҙгә ышаныс ҙур булыр. Ләкин был тойғо арҡаһында алданыуығыҙ бар. Барыбер кемдәндер ярҙам һорарға тура киләсәк. Сит кешеләрҙең вәғәҙәһенә ышанмағыҙ.

САЯН
(24.10 — 22.11)
Был осорҙа һеҙҙең өсөн бәләкәй аҙымдар менән генә алға атлау хәйерле. Күпкә өмөт итмәгеҙ.

УҠСЫ
(23.11 — 21.12)
Авантюраға бирелеп оторһоғоҙ. Тәүәккәлләр мәл. Эштәрегеҙ гел уң булыр.

ЫЛАҠ
(22.12 — 20.01)
Аҡса менән һаҡ эш итегеҙ. Яңы әйбер алыу, банкка аҡса һалыу менән мауыҡмағыҙ. Бөтә финанс мәсьәләләрен икенсе аҙнаға ҡалдырып торһағыҙ ҙа һәйбәт булыр.

ҺЫУҒОЯР
(21.01 — 19.02)
Алыҫ юлға сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Өйөгөҙҙә һеҙҙе сюрприздар көтә.

БАЛЫҠ
(20.02 — 20.03)
Һеҙгә ҡамасаулаған нәмәләрҙән ҡотолорға ваҡыт. Кем менәндер араларҙы өҙөү, артыҡ әйберҙәрҙән арыныу өсөн иң шәп мәл.

Өмөтбикә.


Вернуться назад