Йүнселдәрҙе эҙәрлекләүгә сик ҡуйыла12.12.2012
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө һәм һуңғы уҡыуҙа Енәйәт кодексының “Мутлашыу тураһында”ғы 159-сы статьяһына төҙәтмәләрҙе ҡабул итте. Думаның Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы Рафаэль Мәрҙәншин ошо хаҡта аңлатма бирҙе:

— Закон проектына индерелгән төҙәтмәләр эшҡыуарҙарҙың тормошон ярайһы уҡ еңеләйтеү мөмкинлеген бирәсәк, сөнки уларға ҡарата бер сәбәпһеҙ енәйәт эше ҡуҙғатыу, даими һәм йыш ҡына нигеҙһеҙ тикшереү үткәреү осраҡтары булғылай. Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһына төҙәтмәләр индереп, беҙ, беренсенән, көнкүрештәге мутлыҡты эшҡыуарлыҡ өлкәһендәгенән айырҙыҡ. Икенсенән, зыян күреүсенең ғаризаһын көтмәйенсә, енәйәт эше ҡуҙғатыу мөмкинлеген юҡҡа сығарҙыҡ. Төҙәтмәләрҙең өсөнсө өлөшө енәйәт-процессуаль кодексҡа ҡағыла. Беҙ оператив-эҙләү эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәткән өсөн енәйәт яуаплылығын ғәмәлгә индерҙек. Шулай уҡ документтарҙың күсермәләрен биреү тәртибе аныҡ билдәләнде. Әлеге шарттарға ярашлы документтар, компьютерҙар, электрон мәғлүмәт системалары тартып алынғандан һуң предприятиеның эшмәкәрлеге тулыһынса туҡтап ҡала. Шулай булмаһын өсөн бындай документтарҙың күсермәләре биреләсәк.
Парламентарий билдәләүенсә, 28 ноябрҙә закон проекты Федерация Советы тарафынан раҫланды, ә 29 ноябрҙә уға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад