Ер көс талап итә йәки Берләшеп, бергәләшеп кенә уға хужа була алабыҙ12.12.2012
Бөгөн уртаға һалып һөйләшер һүҙебеҙ һәр кемде борсоған ер, ер пайҙары тураһында. Редакцияға был мәсьәләне төптән өйрәнгән, уның буйынса республикала ғына түгел, илдә һирәк булған белгестәр саҡырылды: республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының граждандар хоҡуғы һәм процесы кафедраһы доценты, юридик фәндәр кандидаты Евгений Владимирович БАЛАШОВ, ошо уҡ кафедра доценты, юридик фәндәр кандидаты Игорь Александрович ВЛАДИМИРОВ, иҡтисади ҡорҙарҙы ойоштороуҙа даими ярҙам күрһәтеүсе иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы ҒӘБИТОВ.

Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— Ауыл ерендә йәшәүселәрҙе бөгөн иң ныҡ борсоғаны — ер пайҙары яҙмышы. Таныҡлыҡ таратылып, ҡағыҙҙа өлөштәр бүленде. Халыҡҡа һалым һалынды, тик, асылда, кеше үҙ биләмәһенә хужа була алманы.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Моғайын, һөйләшеүҙе башлар алдынан бер аҙ тарихҡа күҙ ташларға кәрәктер. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында илдә төрлө сәйәси үҙгәрештәр башланды. Уның эҙемтәләре ауыл хужалығына ла ҡағылды. Колхоз-совхоздарҙы тарҡатыу буйынса барлыҡ ҡарарҙар, указдар Рәсәйҙә ергә шәхси хоҡуҡты нығытыуға ҡайтып ҡалды. Ошо өлкәләге иҡтисадҡа хосусилыҡ нигеҙ булып торорға тейеш ине. Ләкин Рәсәйҙәге реформалар төрлө шарттарҙа (суверенитет һәм башҡалар) барыу сәбәпле, һәр төбәк төрлө йүнәлеш һайланы: Башҡортостан — үҙ юлын, башҡалар — үҙенекен. Беҙ байтаҡ йылдар буйы колхоздарҙы һаҡлап ҡалыуыбыҙ менән ғорурландыҡ. Хәҙер иһә күптәр, нәҡ ошо юл республиканың ауыл хужалығына аяҡ салды, тигән фекергә килә башланы...
Ер көс талап итә йәки  Берләшеп, бергәләшеп кенә уға хужа була алабыҙИгорь ВЛАДИМИРОВ:
— Рәсәй Фәндәр академияһы белгестәре фекеренсә, 1991 йылда ауыл хужалығы алған йүнәлеш баштан уҡ дөрөҫ булманы, сөнки төп маҡсат һөҙөмтәле, табышлы эшләгән хужалыҡтар ойоштороуға түгел, ә колхоз-совхоздарҙы тарҡатыуға ҡоролдо. Ельциндың барлыҡ указдары, Хөкүмәттең ҡарарҙары шуға ҡайтып ҡала. Был хаҡта 2011 йылда Фәндәр академияһы баҫтырған аграр хоҡуҡ буйынса дәреслектә лә әйтелә. Асылда бит колхоздар дәүләт предприятиеһы түгел, ә дәүләтләштерелгән, йәғни кешеләрҙең шәхси мөлкәтенән тупланып ойошторолған хужалыҡтар ине. Маҡсат хосусилаштырылған ерҙә шәхси милекселәр институтын төҙөү булды, ләкин халыҡтың тарихи үҙенсәлектәре, тәбиғәт-климат шарттары, ерҙә эшләп кенә аҡса алып буламы-булмаймы икәнлеге иҫәпкә алынманы.
Сит ил белгестәренең, Кручевский кеүек ғалимдарҙың, бөгөнгө иҡтисади күҙәтеүселәрҙең фекерҙәре шуға ҡайтып ҡала: тарихи күҙлектән ҡарағанда, элек тә Рәсәйҙә бик аҙ ғына кеше ерҙә эшләп хәлләнеп киткән, сөнки беҙҙә тәбиғәт шарттары Европалағы һымаҡ байыу мөмкинлеге бирмәй. Рәсәйҙә 1991 йылда ни эшләнеләр? Европаның ҡануниәтен алдылар ҙа, фермерлыҡ хәрәкәтен индереп, тәжрибә үткәрә башланылар. Әле ниҙер эшләргә тырышабыҙ икән — быларҙың бөтәһе лә эксперимент: килеп сығамы, юҡмы?
— Тимәк, ике тиҫтә йыл уҙһа ла, һаман тәжрибәләр үткәрәбеҙ, ә аныҡ ҡына юлыбыҙ юҡ...
— Был — ниҙер эшләргә маташыу ғына. Нимә күрәбеҙ: Президент Ельциндың указы, шул саҡтағы Хөкүмәттең ҡарары менән күпселек колхоз-совхоздарҙы таратып хосусилаштырҙылар. 1995 йылда яңы “Граждандар кодексы”н ҡабул иткәндә колхоз-совхоздарҙың хоҡуҡ формаһы тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәне, йәғни бөтөнләйгә әйләнештән алып ырғытылды. Алмашҡа һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтар төҙөлмәне. Халыҡ-ара практика күрһәтеүенсә, ауыл хужалығы табышлы тармаҡ тип иҫәпләнмәй, сөнки, беренсенән, ысын аҙыҡ-түлек тиҙ боҙола, икенсенән, бик күп ҡул көсө талап итә, өҫтәүенә — климат факторы. Былар ниҙе аңлатамы? Тимәк, ауыл хужалығы сығымдарын дәүләт тулыһынса — 100 процентҡа тиклем — финансларға, бюджетҡа һалырға, тармаҡҡа төрлө яҡлап ярҙам итергә тейеш. Мәҫәлән, 1965 йылда колхоздарҙың бөтә эше совхоздыҡына тиңләштерелде. Тотош концепция шуға ҡоролғайны.
Бөгөн беҙ донъя практикаһында ни күрәбеҙ? Әйтәйек, Финляндияла климат беҙҙекенә оҡшаш, унда һәр фермерға, етештереү күләменә ҡарап, 70 процентҡа тиклем дотация бирелә. Японияла ер мәсьәләһе ҡырҡыу тора — ауыл хужалығы 70 процентҡаса дотациялана. Швецияла ла шул уҡ хәл. Германияла — 30 процент. Беҙ фин, швед тәжрибәһенә таянып эш итергә тейешме, әллә немец менән япондыҡынамы? Хатта Америкала дәүләт ярҙамы 50 процентҡаса барып етә. Беҙҙә быларҙың барыһы ла өйрәнелде һәм теоретик яҡтан нығытылды. Хәҙер иһә ауыл хужалығы үҫешенең яңы концепцияһы эшләнә. Ғөмүмән, бер илдең дә ауыл хужалығы үҙе генә үҫешә алмай. Тағы шуныһын танырға кәрәк: шәхси милекселек беҙгә хас түгел. Шул уҡ Израилде алайыҡ. Унда продукцияның 70 проценты дөйөм хужалыҡтарҙа — кибуцаларҙа етештерелә. Кибуца асылда “ауыл общиналары” тигән һүҙ: бергәләшеп өй төҙөйҙәр, продукция етештерәләр, ер эшкәртәләр, эш хаҡы түләнә... Киләсәктә Рәсәйҙә лә килеп тыуған хәлдәргә дөрөҫ баһа бирелер тип уйлайым. Тик ауыл хужалығына тәүҙә бик күп сығым кәрәк. Халыҡ дәүләт ярҙамына, киләһе көндәренә ышанырға тейеш. Әйтәйек, продукция етештергән икән, шуның 50 процентын дәүләт дотацияларына иҫәп тотоуы мөһим. Бының өсөн тейешле хужалыҡ итеү структураларының барлыҡҡа килеүе шарт. Әгәр ҙә улар бөгөнгө шәхси фирмалар кеүек үҙаллы ойошторола алмаһа, баҙар шарттарында эшләрлек дәүләт компаниялары, корпорациялары һымаҡ йәмғиәттәр төҙөлөүе мөһим. Йәғни бер үк ваҡытта дәүләт секторы ла, бәләкәй эшҡыуарлыҡ та үҫергә тейеш.
— Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән саҡта илдең аграр өлкәһенә айырыуса ярҙам кәрәклеге аңлашыла. Бөтмәҫ эксперименттарҙан аныҡ, маҡсатлы эшкә күсергә ваҡыттыр бит инде. Киләсәктә сит ил аҙыҡ-түлеге баҙарҙан беҙҙең продукцияны ҡыҫырыҡлап сығармаҫмы?
— Был — етди проблема. Һәр иҡтисадсы әйтер: Рәсәйҙә ауыл хужалығын алып барыу өсөн тәбиғәт-климат шарттары бик насар — төньяҡ илбеҙ. Хатта был яҡлап кемдер менән сағыштырыу ҙа мөмкин түгел. Беҙҙәгенә оҡшаш климатлы финдарҙыҡы кеүек тиер инең, 10 миллион кеше менән 140 миллион бер түгел. Канаданы атаһаҡ, уларҙа ауыл хужалығы илдең көньяҡ төбәгендә үҫешкән, йәғни климат беҙҙәге Краснодар крайындағы һымаҡ. Бынан тыш, Канаданың күршеһе көслө: аҙ ғына проблема килеп сыҡтымы — ярҙам итәләр...
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡанда, беҙҙә ҙур предприятиеларҙы һаҡлап ҡалырға тырышыу, МТС-тар төҙөү, “Алексеевка”, “Рощинский” һымаҡ “Потемкин” хужалыҡтарын дәүләт иҫәбенә тотоу ошо уҡ эксперименттың бер төрө ине булһа кәрәк...
Әгәр “Алексеевка” совхозында 90-сы йылдарҙа хосусилаштырыу булһа, бөгөн беҙ ҡалала хужалыҡтың һөтөн, йәшелсәһен күрмәҫ инек.
— Тимәк, ҡалаларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә “Алексеевка” һымаҡ совхоздарҙың роле һиҙелерлек инде?
— Тик дәүләт ярҙамы булғанда ғына. Мәҫәлән, совхоздың магазиндар селтәре республика етәкселеге тарафынан хупланғанға ғына киңәйҙе. Ҡалала ул саҡта 65 йәшелсә-емеш магазины бар ине. Үҙ ваҡытында ҡала уларҙы коммерсанттарға һата башлағайны. “Алексеевка” бөлгөнлөккә төшкән йәшелсә-емеш, икмәк, һөт ризыҡтары магазиндарын үҙ маҡсатында файҙаланыу өсөн кире ҡайтара алды. Ҡарағыҙ, бөгөн уларҙа араҡы, тәмәке, һыра һатылмай, ә йәшелсә һәр ваҡыт үтә. Рентабелле эшләүҙәре махсуслаштырылған магазиндарҙы һаҡлап ҡалыуҙың дөрөҫлөгөн күрһәтә. “Алексеевка”ның табышы 300 миллион һумдан миллиардҡаса (өс тапҡырға!) күтәрелде. Был инде дәүләт ярҙамы булғанда ғына хужалыҡтарҙың табышлы эшләй алыуын күрһәтә.
Совхоздың һөт ризыҡтары етештереү буйынса һөҙөмтәләре лә ошоларҙы иҫбатлай. Ә бит унда был тармаҡ бөтөнләй юҡ ине. Тәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте инициативаһы менән айырым проект булдырылды, маҡсатлы йүнәлештә аҡса бүленде, һәм совхоз егермеләгән ферма төҙөнө. Ҡеүәтле хужалыҡ хәҙер тәүлегенә 20-шәр тонна һөт һауа, эшкәртеп һата. Тәүҙә дәүләт ярҙамы булмаһа, был тиклемде ул үҙе генә һис ҡасан эшләй алмаҫ ине. Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙә бөгөн аграр хужалыҡтарҙың бер процентының ғына техника һатып алыу мөмкинлеге бар.
— “Алексеевка” һымаҡ хужалыҡтар һанаулы ғына. Ә бына башҡаларға ни эшләргә?
— Былар бөтәһе лә “пилот” проекты, йәғни тәжрибә маҡсатында ине. Хәҙер иһә уның өлгөһөндә башҡа хужалыҡтарға ла ярҙам итеү мөмкинлегенә инандыҡ. Нисек кенә булмаһын, дәүләт ярҙамында ҡаланы, илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү схемаһы үҙен аҡланы. Тик был осраҡта бюджет сығымдарына ныҡлы дәүләт контроле булырға тейеш.
— Хәҙер һүҙҙең башына әйләнеп ҡайтып, ер пайҙарына ҡағылышлы һорауҙарға күсергә ваҡыт. Был йәһәттән “дилбегә”не, Евгений Владимирович, һеҙгә бирәйек.
— Хосусилаштырыу башлаған осорҙа бөтәһе лә, тиҙ генә колхоз-совхоздарҙы үҙгәртеп ҡорорбоҙ ҙа ер өлөштәренә хужа булырбыҙ, тип уйланы. Донъя тәжрибәһе лә, Рәсәйҙеке лә бының һөҙөмтәһеҙлеген күрһәтте. Мәҫәлән, Столыпин реформаһы ваҡытында шуға инандылар: ерҙе тотоп ҡына бөтәһенә лә таратып биреү дөрөҫ түгел. Ни өсөндөр революцияға тиклемге һабаҡты оноттолар һәм ерҙе бөтә крәҫтиәнгә “бүлделәр”. Күбеһенә ул кәрәкмәй ҙә ине, шуға ла байтағында: “Был ер менән ни эшләргә?” — тигән һорау тыуҙы.
1991–1992 йылдарҙа фермер хужалыҡтары ҡапыл ғына ҡалҡып сыҡты, ер алыу мөмкинлеге тыуҙы. Ләкин был хәл ике-өс йыл дауамында ғына күҙәтелде, артабан фермер хужалыҡтарының күпселеге емерелде. Хәҙер улар һан яғынан бер кимәлдә генә тора. Асылда Рәсәйҙә ер хужаһыҙ ҡалды: эшкәртеп, табыш алыусы һирәк.
Башҡортостанда был йәһәттән аҡыллыраҡ эш иттеләр, нисек тә ҙур предприятиеларҙы һаҡлап ҡалырға тырыштылар. Шуға ла ауыл хужалығында етештереүсәнлек илдә алдынғылар рәтендә булды. Ләкин Рәсәй — күп субъектлы ил, федераль закондар ҙа, республика ҡанундары ла бар. Башҡортостандыҡы федераль ҡануниәткә ҡаршы бара алмай, республика ла үҙ ваҡытында хосусилаштырыу үткәрергә бурыслы ине. Шуға ла 1996 йылда, бөтә Рәсәйҙәге һымаҡ, беҙҙә лә үткәрелде ул.
— Башҡортостанда ергә ҡағылышлы референдум булғайны, юридик яҡтан ҡарағанда, уның аспекты нисек сағыла?
Ер көс талап итә йәки  Берләшеп, бергәләшеп кенә уға хужа була алабыҙЕвгений БАЛАШОВ:
— 1995 йылда ерҙе хосусилаштырыуға ҡарата халыҡтың фекерен белеү өсөн референдум үткәрелде. Күпселеге ерҙе шәхси мөлкәт итеп биреүгә, башҡа шундай сараларға ҡаршы ине. Ләкин, ҡабатлап әйтәм, Рәсәй закондарына ярашлы, ерҙе хосусилаштырыу илдә 1991–1992 йылдарҙа башҡарылды. Беҙҙә генә уны тормошҡа ашырмау граждандарҙың Конституцияла ҡаралған хоҡуҡтарын боҙоу булыр ине. Шуға ла 2006 йылдағы “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы закон нигеҙендә хосусилаштыра башланылар.
— Бөгөн ауыл ерендә йәшәүселәрҙең күпселеге ер пайына хоҡуғын таныған танытмаға эйә. Ләкин тәғәйен ер юҡ...
— Статистика буйынса, 2011 йылдың ғинуарына халыҡтың 75 проценты ерҙе хосусилаштырған тип иҫәпләнә. Ләкин 2012 йылдың июлендә Ер әйләнеше тураһындағы федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Пай ерҙәрен ҡулланыу сиге тарайҙы. Йәғни ғәмәлдә пайҙар бар, әммә уны кеше айырып ҡына бүлеп сыға алмай. Пайсылар йә өлөштәрен ҡуртымға бирә, йә, 50 гектарға еткергәнсе ҡушылып, берләшеп, яңы хужалыҡ төҙөй, үҙҙәре эшкәртә ала.
— Тимәк, 2012 йылдың июлендәге үҙгәрештәр кешенең үҙенә генә айырым пай өлөшөн алыу мөмкинлеген сикләйме?
— Закон элек тә бар ине, тик июлдә пайсыларҙың дөйөм йыйылышы вәкәләттәренә үҙгәрештәр генә индерелде. Йәғни хәҙер дөйөм йыйылышта улар ерҙе берәй фермерға ҡуртымға йәки ауыл хужалығы ойошмаһына эшкәртеү өсөн бирә ала.
— Ҡуртым хаҡы райондарҙа төрлөсә билдәләнә. Күбеһенсә — ике яҡлы килешеү буйынса. Аҡсаға әйләндерһәк, уның күләме күпме?
— Ҡуртым хаҡы ер һалымы хаҡына тиңләштерелә.
— Күпме?! Һалым 500–600 һум икән, тимәк, бер тоҡ иген тигән һүҙ...
— Эйе, асылда, шулай. Йыйылыштарҙа һалымға ҡағылышлы һорауҙарҙы күп бирәләр. Һалым хеҙмәтенең позицияһы шулай: хакимиәттәрҙең ерҙе дөйөм ҡулланыу өсөн пайсыларға биреү тураһында ҡарар сығарыуы була, һалым ошо көндән иҫәпләнә лә башлай. Ә таныҡлыҡ биргәнсе йылдар үтә. Йәғни, кеше ҡулына таныҡлыҡ алып, пайсы булғансы уҡ һалым иҫәпләнә.
— Ер пайына ҡағылышлы нисә закон бар?
— “Граждандар кодексы”, “Ер кодексы”, “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер әйләнеше тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы законы һәм “Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” республика законы.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Владимир Путин үҙенең бер сығышында, Рәсәйҙә, ҡыҫҡа ғына осорҙан тыш, ер хосуси милек булмаған, тине. Рәсәй Президенты революцияға тиклемге осорҙо күҙ уңында тоттомо икән, әллә айырым бер дәүерҙеме? Юрист булараҡ, ҡарашығыҙ нисек?
Евгений БАЛАШОВ:
— Асылда ул дөрөҫ әйтә, сөнки Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ҡабул иткәс кенә, ер шәхси мөлкәт булараҡ хоҡуҡи яҡтан танылды. Конституция ергә шәхси, муниципаль һәм дәүләт милекселеген нығытты. Эйе, ул элек тә айырым закондарҙа таныла ине, ләкин 1991 йылға тиклем Конституция тарафынан нығытылмағайны. Революцияға тиклем осорҙо алғанда, илдә ергә шәхси милекселек түгел, ә уның башланғыстары ғына булған. Был юридик яҡтан бер ҡайҙа ла теркәлмәгән. Общиналарҙан сығып, крәҫтиәнгә бүленгән “наделдар”ҙы айырып алыуҙар һирәк булған. Шуға Президенттың ҡыҫҡа осорҙо атауы дөрөҫ.
Игорь ВЛАДИМИРОВ:
— 1861 йылдан башлап “крепостное право”ны бөтөрөү 49 йыл буйы бара. Крәҫтиәндәр ерҙәрен һатып алырға тейеш була. Ә ер хужалары, йәғни дворяндар, помещиктар уларҙы тағы алдай — ер хаҡын ун тапҡырға күтәрәләр. Крәҫтиәндәрҙең бик-бик аҙы ғына өлөшөн һатып ала. Шуға йыш ҡына низағтар сығып торған, сәйәси хәлдәр 1905 йылғы революцияға этәргән. Артабан, 1906 йылда, Столыпин реформаһы башлана. Уның буйынса ер өлөштәрен һатыу тыйыла, теләгән һәр кем общинанан сыға ала. Айырым крәҫтиән хужалыҡтары ойоштороу хуплана. Маҡсат — йәмғиәттә урта синыф институтын булдырыу. Ләкин 1911 йылда реформа туҡтап ҡала — Столыпинды аталар. 1914 йылда — һуғыш, тағы өс йылдан — революция.
1906 йылдан һуңғы 11 йыл — крәҫтиәндең хәлле — милексе синыфын барлыҡҡа килтереү дәүере тиергә мөмкин. Шундай статистика мәғлүмәттәре һаҡланған: крәҫтиәндең 15 процентлабы үҙ өлөшөн йә һатҡан, йә “эсеп-ашап” бөткән, сәнәғәте үҫешкән ҡалаларға киткән.
— Тимәк, тарих — ҡуласа тигән шикелле, һабаҡтар ҡабатлана инде...
— Нәҡ шулай. Хатта һандар ҙа тура килә: быуат элек крәҫтиәндәрҙең 10 проценты ер өлөшөн алырға ниәтләнгән, әле лә ошо сама. Йәғни пайсыларҙың 10 проценты тирәһе генә ерен хосусилаштырып алған, ҡалғаны — юҡ. Был хаҡта ғилми хеҙмәттәр ҙә һөйләй: Рәсәйҙә крәҫтиән бер ҡасан да тулыһынса ергә хужа булмаған. Әле иһә теләгәндәр, әйҙә, алһын, эшләһен, тик был ғына беҙҙең ауылды бәләләрҙән ҡотолдормаясаҡ.
— Ер мәсьәләһе — мәңгелек тема. Уны киләсәккә лә ҡалдырып, пайҙарға ҡағылғанын ошолай тамамлайыҡ: ерҙәребеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәк, берләшеп, арабыҙҙағы аҡыллыларҙың кәңәшенә таянып, ата-бабабыҙ һымаҡ бергәләшеп эшләйек. Ер көс талап итә, күмәк кешенең тир түккәнен ярата...
Һөйләшеүҙе Рәлис УРАҘҒОЛОВ алып барҙы.


Вернуться назад