Был бинанан бер ваҡытта ла халыҡ өҙөлмәй. Һәр кем үҙ йомошо менән килә: берәүҙәр коньки, сана кеүек әйбер ҡараштырһа, икенселәр башҡа кәрәк-ярағын йүнләй. Балыҡсылар өсөн дә магазинда йәнең теләгән нәмәне табырға мөмкин. Уларҙы бында һәр саҡ асыҡ йөҙлө һатыусылар ҡаршы ала.
Баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспектында урынлашҡан “Спорт” магазины 1972 йылда асылған. Тәүге көндәрҙән үк үҙенең эшсәнлеге менән хеҙмәттәштәре араһында ихтирам ҡаҙанған Лүзә Шакирова – ҡырҡ йылдан ашыу уның алмаштырғыһыҙ директоры. Ошо осорҙа донъя нисек кенә үҙгәрмәне! Ҡеүәтле Советтар Союзы тарҡалып, гөрләп торған завод-фабрикалар юҡҡа сыҡҡандан һуң да магазиндың әлегәсә үҙ йөҙөн юғалтмауының, уңышлы эшләп килеүенең сере, моғайын, етәксенең уйлап, аҡыл менән ҡарар ҡыла белеүендәлер.
Лүзә Ғаяз ҡыҙын оҫта ойоштороусы, баҙар талаптарын, ҡанундарын яҡшы белгән етәксе тип баһалайҙар.
Магазинды Өфө халҡы ғына түгел, республикабыҙҙың башҡа район, ауылдарында йәшәүселәр ҙә белә. Мәктәптәргә, балалар баҡсаларына спорт тауарҙары алыу
өсөн уларҙы әллә ҡайҙарҙан эҙләп киләләр. Йөҙәрләгән магазин араһынан тап “Спорт”ты һайлауҙары ла осраҡлы түгел. Бында теләгән тауарҙы таба аласағына, уларҙың башҡа сауҙа нөктәләрендәгенән шаҡтай арзаныраҡ булыуын күптән төшөнгән улар.
– Халҡыбыҙҙа сәләмәт тормош рәүешен һайлаусыларҙың артыуы ҡыуандыра, – ти Лүзә Ғаяз ҡыҙы. – Һуңғы йылда спорт әйберҙәренә ихтыяждың артыуы ла шул хаҡта һөйләй. Был беҙҙән ошо юҫыҡта тағы ла нығыраҡ эшләүҙе, бурысыбыҙға яуаплы ҡарауҙы талап итә. Бөгөнгө конкуренция шарттарында шунһыҙ булмай. Элек спорт кәрәк-ярағы менән беҙҙең магазин ғына һатыу итһә, хәҙер бындай сауҙа нөктәләре бихисап. Йылдам булмаһаң, баҙар “арбаһы”нан төшөп ҡалыуың да бар. Халыҡтың ихтыяжын иҫтә тоторға кәрәк.
Замандан артта ҡалмай, тотороҡло эшләп килгән “Спорт”тың даны республикала ғына түгел, тотош илдә билдәле. Рәсәйҙең тауар етештереүселәре, эшҡыуарҙар улар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе өҫтөн күрә. Коллектив шәфҡәтлелек акцияларында ихлас ҡатнаша, кескәйҙәрҙе матур-матур бүләктәр менән һөйөндөрә.
Хеҙмәттәштәре тураһында ғорурланып һөйләй Лүзә Ғаяз ҡыҙы. Айырыуса Нәйлә Мөҙәрисова, Рәфисә Ғиндуллина, Фәнирә Сәләхетдинова, Валентина Зорина, Эльвера Мөхәррәмова, Рима Новикова, Светлана Полянскаяларҙы маҡтап телгә алды ул. “Уңғандар, һөйкөмлөләр. Күбеһе магазин асылғандан бирле ошонда эшләй”, – тип ҡәнәғәт йылмая етәксе.
И. ХАҠОВ.
Өфө ҡалаһы.