Йәнтеүәл12.12.2012
Йәнтеүәл(Легенда)

Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында тыуған Мәхмүт Сәлимовты яҙмыш еле төрлө тарафта йөрөтә. Салауат ҡалаһында бер ни тиклем йәшәгәндән һуң, әсәһенең тыуған яҡтарына — Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылына — күсәләр. Бында Мәхмүт урта мәктәпте тамамлай һәм Ростов хәрби училищеһына уҡырға юллана. Бер аҙҙан лейтенант йондоҙҙары таҡҡан егет Новосибирскиҙа хәрби хеҙмәт юлын башлай.
1990 йылда Мәскәү хәрби академияһын тамамлағандан һуң Мәхмүт Төньяҡ Кавказ хәрби округына ебәрелә. Хәҙер инде подполковник дәрәжәһендәге егеткә ингуш-осетин бәрелешендә, 1-се Чечен һуғышында ҡатнашырға тура килә.
Бөгөн Мәхмүт Сәлимов ҡатыны Гөлйыһан менән Ростов ҡалаһында йәшәй. Улдары Дамир, университетта юридик факультет тамамлап, үҙ донъяһын ҡорған.
Мәхмүт Бакир улы әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә. Тиҙҙән “Ир-егеттәр ҡайтты яу үткәс...”, “Бала саҡ әкиәттәре” тигән китаптары баҫылып сығасаҡ. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға уның бер әҫәрен тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостандың хозур тәбиғәтле төбәктәренең береһендә — Өфөнән алтмыш саҡрым алыҫлыҡта, Дим йылғаһының урта ағымында, Ологүл ярында элек-электән ике боронғо башҡорт ҡәбиләһе — Ҡырҡ өйлө мең (Мең ырыуынан) һәм Ябалаҡ (Бөрйән ырыуынан) ғүмер кисерә. Улар һуңғыһының хөрмәтенә Ябалаҡлы тип аталған ауылда йәшәй. Столыпин реформаһы осоронда уң ярҙа яңы ауыл барлыҡҡа килә. Шулай итеп, хәҙер ер йөҙөндә Яңы Ябалаҡлы ла бар.
Иҫке Ябалаҡлыны көнбайыштан — Шөңгәккүл, төньяҡтан — бәләкәй генә Балышлы йылғасығы, көньяҡтан Асылыкүлдән ағып сығып Димгә ҡойған Өйҙөрәк йылғаһы сикләй. Дим аръяғында, көнсығышта, урман менән ҡапланған һөҙәк тауҙар урынлашҡан. Улар араһында берәүһе айырылып тора. Исеме бөгөнгәсә — Йәнтеүәл. Уҡытыусым, ырыуыбыҙҙың шәжәрә китабы һаҡсыһы Хажи-Морат Әхмәтшин миңә был тау хаҡында легенда һөйләгәйне. Унан ишеткәндәремде, шул ваҡыттағы тарихи факттар менән тулыландырып, уҡыусыға еткерергә тырыштым.

* * *
Был хәл ҡәбилә башлыҡтары Томан, Ҡәнзәфәр, Урман һәм Аҡман менән бергә Урыҫ иле батшаһы Иван Грозныйға барып, уға тоғролоҡҡа ант биргәндән һуң була. Улар үҙ ерҙәренә мәңге хужа булыу хаҡында грамоталар алып ҡайта. Хәҙер башҡорттарҙан Нуғай ханына түләгәнгә ҡарағанда 100 тапҡырға бәләкәйерәк, еңел генә яһаҡ алына. Бынан ары улдарҙы аманат итеү, дошман күргән ханға яугирҙәр биреү ихтыяжы булмай. Ошо уңайҙан “Шайтан ҡала” янындағы Йыйынтауҙа ҙур йыйын үтә. Меңлеләр был ваҡиғаны ете көн һәм ете төн байрам итә...
Байрам оҙаҡҡа һуҙылмай: көньяҡтан күңелһеҙ хәбәрҙәр килә. Нуғай урҙаһында хакимлыҡ итергә ынтылған Ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар башҡорттарға һөжүм иткән икән. Ҡәнзәфәр бей етәкселегендәге отрядтарға уларға ҡаршы алышырға тура килә.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Себер ханы Күсем, Ҡырым ханы Дәүләтгәрәйҙең үҙ урҙаһы менән Мәскәүгә киткәнлеген белеп, көтмәгәндә башҡорт ерҙәренә һөжүм итә. Юлында осраған һәр нәмәне юҡҡа сығарып, ул “Шайтан ҡала”ға бик тиҙ килеп етә. Үҙ сатырын Нуғай ханы төйәге көлгә ҡалған урынға ҡуйып, яҡында ғына башҡорттарҙың һорауы буйынса төҙөлгән Өфө ҡәлғәһен юҡ итергә ашыға. Унан инде Ҡазанға йүнәлеп, Алтын Урҙаның элекке ҡеүәтен тергеҙер өсөн үҙен Ҙур Нуғай урҙаһының яңы ханы тип иғлан итергә теләй.
Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Юрматы отрядтары Күсем ханды туҡтата алмаған. Һәм бына инде уның ғәскәрҙәре бейек яр буйлап Дим йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған еренә килеп еткән.
Ҡапыл ғәскәр туҡтап ҡалған. Күсемгә башҡорттарҙың ҙур булмаған тау аша юлды ябыуын һәм дала киңлектәренә өйрәнгән атлыларҙың Дим йылғаһының тау итәгенә етеп торған һул яғынан да, ундағы ҡуйы урманлыҡ аша ла үтә алмаясағын хәбәр иткәндәр. Алдан ебәрелгән отрядтар тау итәгендә уҡтан йәрәхәтләнеп, ҡылыстан сабылып һәләк булған. Урҙа ғәскәрҙәре өсөнсө көн инде алға үтә алмай.
Асыулы хан түҙмәгән, тау итәгенә үҙе сапҡан һәм үрҙә баҫып торған башҡорт отрядын күргән. Уларҙың баш осонда төлкө ҡойроғо менән уратылған ырыу тамғаһы — “һөжүм итеүсе өкө” — төшөрөлгән байраҡ елберҙәгән. Яндарында тағы ла бер байраҡ — ҡара үлем таҫтамалы. Быҫҡып ятҡан усаҡтан килгән төтөн әлеге күренешкә тантана өҫтәгәндәй күккә күтәрелә, ти.
Был хәлгә хайран ҡалған йәш хан башҡорттарға ҡара байраҡты алып ташлап, үҙенә хеҙмәткә күсергә тәҡдим итеүе тураһында әйтергә кешеләр ебәргән, ер һәм ҙур байлыҡ вәғәҙә иткән, әммә ыңғай яуап ала алмаған.
Бынан һуң инде хан йән асыуы менән үҙенең иң яҡшы отрядтарына тауҙағыларҙың һәммәһен дә юҡ итергә, ә башлыҡты, арҡанға бәйләп, үҙе янына килтерергә бойорған.
Күсем отрядтары бер-бер артлы, тулҡын булып, ҡалҡыулыҡҡа үрмәләгән. Хан тау үрендә урынынан ҡыбырларға ла уйламаған башҡорттарға нәфрәтләнеп, шул уҡ ваҡытта һоҡланып текләп торған. Үрҙәгеләр, һис ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтмәйенсә, етеҙ тиҙлектә үҙҙәренә табан атылған үлемде көтә, тип уйлаған ул. Ҡапыл алдынғы отрядтың сабыуҙан атлауға күсеүен, аттарҙың тау һыртындағы еүеш ҡылғанлы үләндә тайыуын, дошманының аяҡ аҫтына ҡолауын күргән.
Алғы рәттә сабыусы атлылар арттағыларға ҡушылған, рәттәр тарҡалған. Хәҙер, башлыҡтарын күрмәйенсә һәм ишетмәйенсә, һәр кем үҙе өсөн алышҡан. Йөҙәрләгән башҡорт уғы дошманды эйәрҙән ҡолатып төшөргән.
Шулай ҙа бер нисә тиҫтә атлының тау үренә менеп етә алыуын күргәс, хандың йөҙө яҡтыра. Ул хәйләкәр йылмая: ниһайәт, үҙ һүҙле башҡорттар язаһын аласаҡ!
Һәм шунда уҡ аптыраштан уның һеләүһен күҙҙәре түңәрәкләнә, сөнки башҡорттарҙың үҙ дошманын сигендереүен, һөңгө, ҡылыс менән һөжүм итеүен күрә — бына Күсем ғәскәре бейеклектән ҡыуып төшөрөлә. Һаҡсыларҙың ут тоҡандырыуын һәм янып торған ҙур-ҙур түңгәктәрҙең, юлда осраған һәр нәмәне юҡ итеп, аҫҡа табан тәгәрәүен күргәс, хандың аптырауы асыуға әүерелә. Ҡара сиңерткә һымаҡ тауҙың көньяҡ битләүен һырып алған отрядтар туҡтап ҡала, ҡурҡыуҙан ҡалтырап төшә һәм ҡәрҙәштәрен тапай-тапай аҫҡа табан тәгәрәй. Күсем хан иң яҡшы яугирҙәренең үҙ аттарының тояғы аҫтында һәләк булыуын күрә. Өмөтһөҙлөктән һәм ғәрлектән ул артҡа борола һәм нәүкәрҙәре оҙатыуында сабып китә.
Командирҙар көнө буйы үҙ һуғышсыларын эҙләй. Бындай хурлыҡҡа төшөүҙәре өсөн үс алырға тип, улар таң атыуын көтә.
Башҡорттар ул арала үҙҙәренең уҡтарын йыя, дөмбәҫләнгән әсирҙәрҙе, аяҡ-ҡулын бығаулап, өҫкә табан һөйрәкләй. Йәйге ҡыҫҡа төн ял итергә ваҡыт ҡалдырмай, әммә еңеү тойғоһо менән ҡанатланған яугирҙәр арыуҙы ла, яралары һыҙлауын да тоймай. Уларҙың ғорур йөҙҙәре, ҡанға буялған кейемдәре ут яҡтыһында ялтырай. Әсирҙәр, бүрәнәләр һөйрәтеп килтереп, уларҙы үлеләрҙән систереп алған кейемгә урай һәм поход ҡаҙанында ҡайын туҙын яндырып эшләнгән ыҫмаланы ҡуйы итеп буяй. Тирә-яҡта балта тауышы яңғырап тора.
Ут янында ун башы һәм йөҙ башылар баҫып тора. Улар, Ҡәнзәфәр мырҙаның бойороғон үтәп, Күсем хан урҙаһы хәрәкәтен тотҡарлай. Үлһәк үләбеҙ, әммә дошманды үткәрмәйбеҙ, тип ант итә ир-уҙамандар.
Инде өс көн үтә, ә яугирҙәр әле булһа иҫән. Был хәлде ғәжәп итә улар. Һәм өнһөҙ генә, юғарынан, Күсем хан үҙ ғәскәре тарафынан утҡа тотолоп, янып бөтөп барған башҡорт ауылдарын күҙәтә.
Ҡәнзәфәрҙең талабын үтәһәләр ҙә, бынан китергә уйҙары юҡ. Йылғанан алыҫ түгел уларҙың тыуған ауылы — Ябалаҡлы, ул әлегә иҫән. Күсем урҙалары, Димде йөҙөп сығып, ауылға ябырылыу өсөн һай кисеү тапмай. Төнөн отрядтарҙың береһе, ас бүреләр һымаҡ темеҫкенеп, яр буйында һыу аша сығыу ҡулайламаһы эҙләй. Боҫҡонға эләккән Күсем хан ғәскәрҙәре, әллә нисәмә тиҫтә һыбайлыһын юғалтып, сигенергә мәжбүр була. Бөгөн уларҙа табыш артынан ҡыуыу ҡайғыһы юҡ — ҙур юғалтыуҙар кисереү тетрәткәндер, күрәһең.
Ҡәнзәфәр бей күмәкләп урҙаға һөжүм итеү маҡсатында ҡыпсаҡтар һәм юрматылар менән ҡушылырға ашыға. Хандың шәйләкселәре, был хаҡта белеп ҡалып, әмирҙәренә хәбәр итә. Ул арала Күсемдең бер нисә саҡрымға һуҙылған ылауҙары башҡорттарҙың бәләкәй отрядтарына — Өршәк ярҙарынан ярҙамға килгән меркеттәргә һәм нуғай-меңлеләргә ҡамасау яһай.
Күсем, ут ялмауында ҡалыу ихтималлығынан ҡурҡып, төнө буйы һөйләшеүҙәр алып бара һәм, таң атыуға, ғәскәрен төньяҡҡа йүнәлтергә ҡарар итә. Ул Ҡәнзәфәр отрядтарын киң далала ҡаршыларға, еңелеүе өсөн үс алырға һәм Ҡашлыҡҡа ҡайтырға теләй. Көҙгө юл өҙөклөгөнә тиклем хәҙер Өфө булараҡ билдәле ҡәлғәне баҫып алырға өлгөрмәйәсәген, быйыл үҙен бөтә башҡорттарҙың ханы тип иғлан итеп, уларҙан хәрби ант алып, яһаҡ түләтеп, ғәскәр туплатып, Ҡазанға поход яһай алмаясағын аңлай. Башҡорттарҙың ни өсөн уға — бөйөк Сыңғыҙхан тоҡомона — ҡаршы килеүен дә аңламай. Шулай ҙа, Урҙаның көсөнән ҡурҡып, улар үҙенә баш эйер, тип өмөтләнә.
Күсем, ысынлап та, башҡорттарҙың, ниһайәт, Нуғай, Ҡазан һәм Себер хандары иҙеүенән ҡотолоп, ҡәлғәгә сит-яттарҙы индермәйәсәген, Аҡ батшаға биргән хәрби антына тоғро ҡалыуын аңлай алманы. Хандың хыялы ошо тауҙың итәгендә селпәрәмә килде.
Китер алдынан ул бейеклекте яулауҙа ҡатнашҡан отрядтарының һәр унынсыһын язалай. Хандың еңелеүенә шаһиттарҙың үле кәүҙәләре Дим буйлап ағып китә. “Язаланғандарҙың ҡанынан йылға ҡыҙылға әйләнде”, тип шәжәрәгә яҙып ҡуя шул ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар тоҡомо вәкиле — мулла Зыяитдин Шипаев.
Риүәйәт буйынса, Мең ырыуы юлбашсыларының береһе, Ҡәнзәфәр мырҙаның арҡаҙашы Томан, отряды менән алыш барған урынға килеп етеп, үҙ тарафынан ебәрелгән 75 яугирҙең иҫән булыуын күреп, ҡыуанысынан “Йән теүәл!” тип ҡысҡырған, имеш. Шунан бирле был ҡалҡыулыҡ Йәнтеүәл тип атала ла инде. Ошо тауҙа алышҡан отрядтың йөҙ башы минең данлыҡлы бабаларымдың береһе Байымбәт тархан булған.
Ә Күсем башҡаса был ерҙәргә әйләнеп килмәгән. 1635 йылда хандың улдары Аблай һәм Тәүкәй шулай ҙа Өфө ҡәлғәһен ҡамауға ала. Ҡаты алыштан һуң меңдәр Өфө хәрбиҙәре менән батша улдарын, урманға ҡыуып индереп, әсирлеккә төшөрә. Был ваҡиғалар хаҡындағы хикәйәтте Өфө провинциаль канцелярияһында һаҡланған “Алтын” тип аталған айырым китапҡа индерәләр, әммә уныһы инде — башҡа бер тарих.
Мәхмүт СӘЛИМ.


Вернуться назад