Һаумы, Ҡыш бабай! Нисек йәшәп ятаһың? Беҙ һине шундай һағындыҡ!
Һиңә үҙем тураһында һөйләп китмәксемен. Мин йәйгеһен бесәнгә йөрөргә яратам: әҙерәк саба ла беләм, йыям да. Йыш ҡына урманда ҡунырға ҡалабыҙ. Таң менән бигерәк матур ул тирә-яҡ!
Мин еләк, көртмәле, муйыл йыйырға яратам, тәбиғәттең матурлығын фотоға төшөрәм. Шулай ҙа гел генә улайтып йөрөй алмайым: атайым кеҫә телефонын көн дә биреп тора алмай, үҙенә кәрәк шул. Их, үҙемдең фотоаппаратым булһа ине!
Ҙурайғас, ҙур өй һаласаҡмын, урман бөтмәһен өсөн ағас ултыртасаҡмын. Шофер һөнәренә лә уҡырмын. Әле III класта яҡшы ғына белем алып йөрөйөм, “икеле” алғаным юҡ. Ике ҡустым да бар. Уларҙан һиңә күп сәләм, Ҡыш бабай! Иҫән-һау бул, беҙ һине яратабыҙ, көтәбеҙ!
Сәләм менән Таңатар АҪЫЛҒУЖИН.
Бөрйән районы,
Мораҙым ауылы.