Ут төрткәндәр...11.12.2012
Бынан йыл ярым элек Иглин районының Урман ауылы эргәһендәге хәрби арсеналдарҙа шартлау яңғырау менән, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Александр Минеев беренселәрҙән булып ауылдаштарын ҡотҡарырға ашыға. Ул үҙенең машинаһы менән хәүефле урындан йөҙләгән кешене сығарған, шуларҙың егермеһе – балалар. Урман ауылындағы фажиғә Александрҙың бар мөлкәтен юҡҡа сығарған.

– Элекке умарталығым хәрби складтарҙың эргәһендә ине. Шуға ла улар тулыһынса янды. Ауыл хакимиәте миңә яңы ер участкаһы бүлеп бирҙе. Бында йорт һала башланым, умарталар һатып алдым, – тип һөйләй йүнсел.
Тик көнсөллөк арҡаһында яңынан булдырылған донъя-ҡаралтыла кинәнеп йәшәргә яҙмай уларға. Кемдер: “Минеев батырлығы өсөн миллион һум аҡса алған!” – тигән хәбәр таратҡан. Был ҡара эсле кешеләргә оҡшамаған, күрәһең: алдын-артын уйлап тормайынса, йортҡа һәм умарталарға ут төрткәндәр. Ә хәбәр ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәй. Александр хатта зыян күреүселәргә бирелгән 50 мең һумлыҡ матди ярҙамдан да баш тартҡан. Бөгөн ул көлгә осҡан документтарын тергеҙеү менән мәшғүл. Яҙғыһын яңы йорт һала башларға һәм умартасылыҡ шөғөлөнә яңынан тотонорға ниәтләй.
Урманда булған хәл-ваҡиғаларҙан һуң, августа Рәсәй Президенты Владимир Путин ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәрҙе “Һәләкәткә тарыусыларҙы ҡотҡарғаны өсөн” миҙалы менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Ниңәлер дүрт айҙан һуң да был награда үҙ геройын тапмаған…
Л. ҒАФАРОВА.


Вернуться назад