Зөлфиә ҒӘЛИЙӘНОВА, Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры: — Интернет, телевидение ныҡ таралған осорҙа гәзиттең кәрәклеге кәмене тип уйлағандар төптө хаталана. Ниндәй генә мәғлүмәт саралары уйлап тапһалар ҙа, ҡағыҙға төшөргән баҫма үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Бер быуатҡа яҡын республикабыҙҙың йылъяҙмаһы булып торған “Башҡортостан” гәзите тап шундайҙар иҫәбенән.
Мәшәҡәттәр менән ул тиклем кинәнеп телевизор ҡарарға ла мөмкинлек булмай. Шуға ла яратҡан гәзитебеҙ аша мөһим мәғлүмәттәр менән танышыуҙан башланып китә һәр көнөм. Үҙем тәү сиратта, уҡытыусы булараҡ, шуны билдәләр инем: “Башҡортостан”дың һәр һаны бер көнлөк кенә түгел. Күпселек уҡытыусыларыбыҙ унда баҫылған мәҡәләләрҙе йыйып бара, аҙаҡ дәрестәрендә ҡуллана. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың тарихына, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә ҡағылышлы материалдар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ә инде “Йома”ны алған көнөндә үк уҡымай, ялға ҡалдырып ҡуям. Ваҡыт иркен булғанда кинәнеп һәр мәҡәләһе менән танышам. Беҙҙең өсөн “Башҡортостан” — ғаилә гәзите. Абруйлы баҫмаға гимназиябыҙҙың күпселек уҡытыусылары теләп яҙылды.