Тауҙар Ер шарының экологик хәленә туранан-тура йоғонто яһай, тәьҫир итә. Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеүсе барлыҡ йылғалар нәҡ уларҙан башланғыс алып, үҙәндәрҙе һуғара. Тау урмандары иһә был йылғаларға йәшел ҡалҡан булып тора. Үҫемлектәр менән йәнлек-хайуандар донъяһы урындағы ғына түгел, тотош донъя халыҡтары өсөн хазина, йәшәү мәғәнәһе, аҙыҡ сығанағы икәнен дә оноторға ярамай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяның бик күп ерҙәрендә тауҙарға, шул иҫәптән урмандарға ла ҡурҡыныс янай, ағастар киҫелә, тауҙар сәнәғәт өсөн аҡтарыла, хатта юҡҡа сыға. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа китергә түгел. Башҡортостан шихандары араһында Рәсәйҙә генә түгел, донъяла үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы Шахтау юҡҡа сыҡты тиерлек. Киләсәктә иһә Йөрәктау менән Торатау уның аяныс яҙмышын ҡабатлауы ихтимал. Һуңғы ваҡыт матбуғатта ахырызаман тураһында күп һөйләнелә. Йәнәһе, бына-бына донъя бөтә. Юҡ, бөтмәй ул. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы йәшәһен өсөн барыһын да тыуҙырған. Тик беҙ, кешеләр, эстән кимергән һоро ҡорттай, ерҙең елеге булған нефтте вәхшиҙәрсә һурабыҙ, баҫымын билдәләгән газын яндырабыҙ, ер-һыуыбыҙҙы бысратабыҙ, хатта тау тиклем тауҙарҙы кимерәбеҙ — “ахырызаман”ды үҙебеҙ тиҙләтәбеҙ.
Барыһын үлсәп, тик бер көн генә булһа ла бөтәбеҙҙе лә уйланырға саҡырып, донъя йәмәғәтселеге — аҡыллы йәмәғәтселеге — 2002 йылда тауҙар көнөн билдәләргә кәрәклеген күтәреп сыҡты. БМО-ның Генераль Ассамблеяһы 57/245-се резолюцияһы менән 2003 йылдан башлап 11 декабрҙе Халыҡ-ара тауҙар көнө итеп иғлан итте. Ассамблея барлыҡ донъя йәмәғәтселеген ошо көндө таулы төбәктәрҙең даими үҫешенә, тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлауға, файҙалы ҡаҙылмаларҙы табыуҙа һәм эшкәртеүҙә иғтибарлы булырға, килеп тыуған мөһим мәсьәләне хәл итергә саҡыра. Тауҙар Ер шарының дүрттән бер өлөшөн тиерлек тәшкил итеүен һәм донъяның 10 проценттан ашыу халҡының төйәге икәнлеген онотмауҙы иҫкәртә. Рәсәйҙең 43 төбәгендә тауҙар булып, илдең яртыһынан күберәк өлөшөн алып тора.
Т. МУСИН.