Яңы йылда нисек ял итәбеҙ?11.12.2012
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Хөкүмәтенең “2012 йылда ял көндәрен күсереү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында шәмбе — 29 декабрҙәге ял көнө дүшәмбе — 31 декабргә күсерелә.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙағы Яңы йыл каникулы, 7 ғинуарҙағы Раштыуа байрамы — ял көндәре. Ял һәм байрам көнө тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә.
2013 йылда 5 һәм 6 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә шәмбе — 5 ғинуарҙағы ял көнө кесе йома — 2 майға, йәкшәмбе — 6 ғинуарҙағы ял көнө йома — 3 майға күсерелә. Шулай итеп биш көнлөк эш аҙнаһында 2012 йылдың 30, 31 декабре, 2013 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуары Башҡортостанда — ял көндәре. Шәмбе — 29 декабрҙәге эш оҙайлылығы 1 сәғәткә ҡыҫҡара.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә был көндәр отпуск иҫәбенә индерелмәй.