Бер нисә предприятие асыласаҡ11.12.2012
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов етәкселегендәге республика делегацияһы эш сәфәре менән Тажикстандың Согдий өлкәһендәге Худжанд ҡалаһында булып ҡайтты.

Өлкә рәйесе Кохир Рәсүлзода менән осрашыуҙа ике республика араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде. Атап әйткәндә, күп йүнәлешле “Нур” фәнни-техник йәмғиәте менән артабанғы партнерлыҡ мәсьәләләре ҡаралды. Инвестор Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында бер нисә предприятие асырға ниәтләй. Гипс ҡатырға һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереүҙең тәүге этабын киләһе йыл февралдә башлау күҙаллана. “Базил” предприятиеһы Сибайҙа базальт сүстәре һәм композиция материалдары производствоһын асырға теләк белдерҙе. Шулай уҡ һарыҡ йөнөн эшкәртеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ваҡыты асыҡланды. Киләһе йыл мартта өс мең баш һарыҡ килтереләсәк һәм Сибайҙан биш саҡрым алыҫлыҡтағы Төйәләҫ ауылында урынлашҡан “Степное” йәмғиәте майҙансығында берлектәге производство ойоштороласаҡ. Бынан тыш, Сибайҙағы аэропорт нигеҙендә төрлө авиация хеҙмәте күрһәтеү буйынса предприятие асыу мөмкинлеге тикшерелде.
Худжандта делегация “Сугд” ирекле иҡтисади зонала булды, эшҡыуарлыҡты һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү үҙенсәлектәрен өйрәнде. Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ “Нуртекс” йәмғиәтендә етештереү барышын ҡараны, гипс ҡатырға заводында булды.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад