“Тубырсыҡ”та ер-һыу атамаларының тарихы менән таныштыра барайыҡ”, — тип тәҡдим иткәйне Баймаҡ районынан Наҙгөл Мостаева. Уның менән килешәм. Һеҙҙе Әбйәлил районындағы Саңдүҙәк тигән ерҙең тарихы менән таныштырып үтмәксемен.
Туйыш ауылында Мөхәммәт Ҡалдаманов исемле бай кеше йәшәгән. Ул — минең олатайымдың олатаһы. Меңдән ашыу атын, өс мең тирәһе һыйыр-һарығын йыл да Яңы Балапан ауылы янындағы матур үҙәктә йәйләтер булған. Был урынды бик ныҡ яратҡан олатайым. Бер ваҡыт, уға арналған йыр сығартырға теләп, сәсәндәрҙе йыйып алған. “Иң яҡшы әҫәр ижад иткән кешегә иң шәп тайымды бүләк итәсәкмен”, — тип белдергән ул. Ярышта Яңы Балапан ауылы сәсәне Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев еңеү яулаған. Уның “Саңдүҙәк” тип аталған моңло йырын халыҡ әле лә яратып башҡара.
Айгүзәл ИСХАҠОВА.
Әбйәлил районы,
Туйыш ауылы.