Тәмәкеселәргә “ҡара” көндәр килә11.12.2012
Тәмәкеселәргә “ҡара” көндәр килә2015 йылдан дәүләт һәм мәғариф учреждениеларында ғына түгел, шулай уҡ кафеларҙа, йәмәғәт транспортында тәмәке тартыуҙы тыйыуҙары ихтимал. “Халыҡтың һаулығын тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында”ғы закон проектында ошондай үҙенсәлектәр бар. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһында ул беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА тәмәкегә ҡаршы йүнәлтелгән төп башланғыстарға аңлатма бирҙе.

— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, илебеҙ өсөн тәмәке тартыу киҫкен мәсьәләме?
— Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үпкәләге яман шештең — 90, хроник бронхиттың — 75, ишемия сиренең 25 проценты тәмәке тартыуға бәйле. Ун секунд һайын планетала тәмәкенән бер кеше үлә. Рәсәйҙә 43,9 миллион кеше, йәғни ил халҡының 40 проценты (ир-егеттәрҙең — 60,2, ҡатын-ҡыҙҙарҙың — 21,7 проценты) тәмәке тарта. Уларҙың яртыһын тиерлек 19–44 йәштәгеләр тәшкил итә. Ошо насар ғәҙәттән йыл һайын 400 мең кеше вафат була.
— Совет осоронда тәмәкеселәр бөгөнгөгә ҡарағанда ике тапҡырға аҙыраҡ булған, тигән мәғлүмәт бар. Был афәт кем иҫәбенә арта?
— Бына бер нисә миҫал: 1994 йылға тиклем 200 миллиард дана тәмәке сығарылһа, әле уның күләме 445 миллиардҡа еткән. Тәмәкеселәр һаны башлыса ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар иҫәбенә арта. Рәсәйҙә тәүге тәмәкене һигеҙ йәштә ауыҙға ҡабып ҡараусылар бар, улар 12 йәштә инде ныҡлап тарта башлай. Һуңғы 20 йылда тәмәкесе ҡатын-ҡыҙҙар ун тапҡырға артҡан. Әле уларҙың 21 проценты тәмәке йоғонтоһона ныҡлы бирелгән (90-сы йылдарҙа — ни бары 3 процент). Ҡурҡытырға теләмәйем, әммә — был ысын статистика мәғлүмәттәре.
— Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәмәке тартыусылар арта, тиһегеҙ. Никотин уларҙың организмына ниндәй йоғонто яһай, репродуктив үҙенсәлектәрҙә сағылыш табамы?
— Билдәле булыуынса, никотин иммун системаһын көсһөҙләндерә, йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә, яман шешкә килтереүе, ирҙәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да репродуктив сәләмәтлегенә кире йоғонто яһауы ихтимал. Ҡатын-ҡыҙҙың организмы ирҙәрҙекенә ҡарағанда тәмәкегә айырыуса тиҙ бирешеүсән. Эскелек менән бер рәттән, ул да түлһеҙлеккә килтерә. Минеңсә, никотин менән әсәлек — бер-береһенә ҡәтғи ҡаршы килгән төшөнсәләр. Тәмәке төтөнө ҡатын-ҡыҙҙың һау-сәләмәт бала табыу һәләтенә кире йоғонто яһай. Йөклө ҡатындарға уның зыяны айырыуса ҙур. Буласаҡ әсәләр тәмәке тарта икән, токсикозды ауыр үткәреүе, сабыйы ваҡытынан алда донъяға килеүе ихтимал. Бала тапҡанда хәүеф кимәле лә икеләтә юғарыраҡ. Бынан тыш, тәмәкесе ҡатындың йөклөлөк ваҡытында башҡа сирҙәре көсәйеүсән. Мәҫәлән, тәмәке тартыусыларҙа ҡалҡан биҙ ауырыуы алты тапҡырға йышыраҡ осрай. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, күптәрҙә базед сире күҙәтелә. Ул ҡарындағы сабый өсөн айырыуса хәүефле. Буласаҡ әсә тәмәке тарта икән, тимәк, бала тыумаҫ борон уҡ ошо ағыулы һауаны һулай.
— Тәмәкенең төтөнө бик хәүефлеме?
— Тәмәке тартыу менән бер рәттән, уның төтөнө лә шаҡтай ҙур зыян килтерә. Илебеҙ халҡының 80 проценты тиерлек көн дә ошо төтөндө һулай. Сит кеше тартҡан тәмәкенең төтөнө менән беҙ 4 меңдән ашыу химик матдәне “йотабыҙ”. Тәмәке төтөнөндә кәмендә 69 ағыулы матдә, мәҫәлән, ацетон (иретеүсе), аммиак (таҙартҡыс), мышьяк (ҡырмыҫҡаға ҡаршы ағыу), бутан (ҡабыҙғыс өсөн газ), водородлы цианид (һауаға сығарылған ағыулы газ), метанол (ракеталар өсөн яғыулыҡ), нафталин, винилхлорид (техник иретеүселәр) тупланған. Тәмәке төтөнө инсультҡа, үпкәләге яман шешкә, быума сиренә килтереүсән. Унан ҡан тамырҙары, артериялар, йөрәк зыян күрә. Шуға күрә тәмәкегә ҡаршы көрәш көсәйгәндән-көсәйә бара. Был мәсьәләгә айырым иғтибар бирелә. Илебеҙҙә халыҡтың һаулығын тәмәкенең йоғонтоһонан һаҡлау тураһындағы закон ҡабул итеү зарурлығы күптән өлгөрөп етте.
— Ошо мәсьәлә буйынса Дәүләт Думаһына индерелгән закон проекты тураһында һөйләгеҙ әле?
— Билдәле булыуынса, 2009 йылда Рәсәй Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Тәмәкегә ҡаршы көрәш конвенцияһына ҡушылды. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу маҡсатында, халыҡ-ара йөкләмәләрҙе иҫәпкә алып, тәмәкегә ҡаршы закон проектын эшләне. Был документтың үҙенсәлеге шунда: ул тәмәке тартыуҙы сикләүгә генә түгел, шулай уҡ халыҡтың һаулығын никотин йоғонтоһонан һаҡлауға йүнәлтелә. Проектта сикләү һәм тыйыу саралары билдәләнә. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ойошторған парламент тыңлауҙарында инаныуыбыҙса, ул төрлө ведомстволарҙың мәнфәғәттәренә ҡағыла һәм бәхәс тыуҙыра. Әммә закон положениеларының эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыласағын аңларға кәрәк. Бер өлөшө документ ҡабул ителгәс тә, башҡалары 2014 йылдың 1 июленән, 2016 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк. Комитеттың бөтә ағзалары ошо закон проектын берҙәм хупланы. Әлбиттә, ул артабан да тикшереләсәк, тәҡдимдәр иҫәпкә алынасаҡ. План буйынса быйыл декабрҙә ул беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.
— Закон проекты ниндәй төп положениеларҙы үҙ эсенә ала?
— Документ халыҡты тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һаҡлау буйынса ҡайһы бер сараларҙы күҙ уңында тота. Йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән подъезд, балалар майҙансығы, эш урыны, кафе, ресторан, стадиондарҙа һәм башҡа ерҙәрҙә тәмәке тартыуҙы тыйыу ҡарала. Был ҡағиҙә ҡала, ҡала яны бәйләнешендәге йәмәғәт транспортына, алыҫ араларға йөрөгән поездар, самолет, диңгеҙ суднолары, тимер юл һәм автовокзал, аэропорт, диңгеҙ һәм йылға порттарына, метрополитен станцияларында ҡағыла. Шулай уҡ тәмәкегә хаҡты бер ҡабы өсөн 150 һумға тиклем арттырыу, уны магазиндарҙа йәки супермаркеттарҙа ғына һатыу, тәмәке компанияларына продукцияһын рекламалауҙы тыйыу кеүек иҡтисади саралар ҙа тәҡдим ителә.
— Талап бик ҙур түгелме?
— Минеңсә, был закон тәмәке тартыу мәсьәләһен хәл итеүҙә алға табан яһалған ҙур аҙым буласаҡ. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бындай саралар илебеҙҙә тәмәке тартыусылар һанын кәмендә 10 процентҡа кәметеүгә булышлыҡ итәсәк һәм киләһе йыл уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә генә 110 миллиард һумлыҡ иҡтисади һөҙөмтә бирәсәк. 2015 йылға был күрһәткестең 140 миллиард, 2020 йылға 250 миллиард һумға етеүе көтөлә. Киләсәктә Рәсәйҙә тәмәкеселәр 40—50 процентҡа кәмейәсәк, тип фаразлана. Күп кенә илдәрҙә йәмәғәт урындарында тәмәке тартмайҙар. Европала һәм Төньяҡ Америкала үткәрелгән тикшеренеүҙәр барышында ошондай сара һөҙөмтәһендә миокард инфарктынан яфаланыусылар һаны 6—40 процентҡа түбәнәйеүе асыҡланған. Канадала бар, ресторандарҙа тәмәкене тулыһынса тыйғандан һуң йөрәк-ҡан тамырҙары сиренән дауаханаға эләгеүселәр 39 процентҡа кәмегән. Был илдәрҙең тәжрибәһенән күренеүенсә, тыйыу саралары ғына түгел, шулай уҡ законды боҙған өсөн ҡәтғи яуаплылыҡ ҙур һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, Германияла махсус йыһазландырылған бүлмәләрҙә генә тәмәке тартырға мөмкин. Ошо тәртипте боҙған кешегә 5—1000 евро штраф һалына.
— 21 ноябрҙә Федерация Советы 2013—2015 йылдарҙа акциз ставкаларын индексациялау тураһындағы законды хупланы. Документҡа ярашлы 2015 йылға тәмәкегә акциздар артасаҡ. Һөҙөмтәлә ҡаҙна тулыланасаҡ. Һеҙҙеңсә, был аҡса ҡайҙа йүнәлтелергә тейеш?
— Ысынлап та, Дәүләт Думаһы Федерация Советы хуплаған Рәсәй Һалым кодексының 193-сө статьяһына төҙәтмәләр индерҙе. Әле документты Президент ҡарай. Тәҡдимдәр ил башлығы 2010 йылда ҡул ҡуйған Тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса концепцияға тулыһынса тап килә. Ошо документта билдәләнеүенсә, 2015 йылға Рәсәйҙә тәмәкегә һалым Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа илдәрендәге кимәлгә етергә тейеш. Ғөмүмән, тәмәкегә акциздарҙы арттырыу — бөтә донъяла ғәҙәти күренеш. Уның һөҙөмтәһендә тәмәкеселәр һаны кәмей, ҡаҙна килеме арта. Алынған аҡсаны сәләмәт тормош, тәмәкегә ҡаршы көрәш сараларына, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә һәм дауалауға йүнәлтергә мөмкин. Мәҫәлән, Американың Калифорния штаты хөкүмәте бер нисә йыл элек тәмәкегә ҡаршы кампанияға 21,5 миллион доллар бүлгәйне. Был аҡса акциздарҙы арттырыу иҫәбенә алынған. Күп кенә илдәр табышты белем биреүгә йүнәлтә. Тәмәкегә ҡаршы көрәштә алдынғылыҡты яулаған Швецияла һәм Финляндияла милли программалар тормошҡа ашырыла, дәүләт тарафынан етди ярҙам күрһәтелә.
— Нисек итеп йәмғиәттә тәмәкегә кире мөнәсәбәт булдырырға?
— Иң элек, ҡабул ителәсәк яңы закон эшләргә тейеш. Сөнки бындай шарттарҙа социаль реклама, волонтерҙар хәрәкәте, белем биреү һәм иҫкәртеү программалары кеүек саралар комплексы ғына һөҙөмтә бирәсәк. Тәмәкене ташларға теләгән кешеләр өсөн төрлө терапия, психотерапия алымдары бар. Сәләмәтлек үҙәктәрендә лә насар ғәҙәттән ҡотолорға ярҙам итәсәктәр. Балаға ата-әсәһе өлгө булырға тейеш. Бынан тыш, закон проектында тәмәкенән дауалау стандартын мотлаҡ медицина страховкаһы программаһына индереү ҡарала. Уға ярашлы һәр табип тәмәкесене белгескә ебәрергә йәки үҙе ярҙам итергә тейеш. Штрафтарҙы ла ҡайтанан ҡарарға кәрәк, тигән фекерҙәмен. Иң мөһиме — барыбыҙ ҙа законды мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына ыңғай һөҙөмтә аласаҡбыҙ.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад