Матур, мөғжизәле урындарҙы иҫкә алғанда, беҙҙең районда күп ваҡыт Асылыкүл, Балҡантау кеүек ерҙәр телгә алына, ә тирә-яҡтағы иң бейек, күркәм тауҙарҙың береһе булған Ярыштау нисектер ситтә ҡала. Ә бит уның даны, тарихы һис кенә лә уларҙан ҡалышмай. Район буйлап машина йәки поезд менән үтеп барғанда, әллә ҡайҙан күренеп, сәләм биреп ҡала ул. Йылдар ағышына бирешмәй, үҙен уратып алған эреле-ваҡлы убалар араһында мәғрур баҫып тора тау. Ысын-ысындан сихри көскә, мөғжизәгә эйә тиҙәр уны.
Бик күп сер һаҡлай Ярыштау. Түбәһендәге әүлиә ҡәбере үҙе генә ни тора! Бик бейеккә ҙурлап ҡуйырлыҡ булғас, күренекле кеше булғандыр. Уның эргәһенән әле лә кеше өҙөлмәй, хәйер һалып, доға уҡытыусылар бик күп. Тик ҡәберҙе матурлап уратып, тәртиптә лә тотһалар ине.
Ярыштауҙан Балҡантауға тиклем 10-15 саҡрым булыр. Ошо аранан, легенда буйынса, боронғо кешеләр йәйәнән уҡ атышҡан, имеш.
Ярыштауға шулай уҡ бик күп ырымдар ҙа бәйләнгән. Мәҫәлән, оҙаҡ ямғыр яумай торһа, “тау ҡыҙған, ямғыр болоттарын яҡын ебәрмәй” тип урындағы халыҡ уның итәгендә ямғыр теләү — “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын уҙғарған. Һәм, киреһенсә, ямғыр күп яуып теңкәгә тейә башлаһа, “болот тауҙы уратып алды инде, тиҙ генә китмәҫ” тиҙәр.
Тауҙың тирә-яғы матур, һирәк осраған сәскә-үләндәр менән тулы, еләкле урындарын һанап бөтөрлөк түгел, унда барған кеше бер ваҡытта ла биҙрәһен тултырмай ҡайтмаҫ. Элегерәк тау итәген ҡуйы урман уратып алған булған, уның эсендә сылтырап аҡҡан шишмәләр күп осраған, тиҙәр. Ҡасандыр күкрәп үҫкән урмандар тураһында ара-тирә осраған ағас ҡалдыҡтары, шишмә аҡҡан урындарҙа бейек булып үҫкән һыу яратыусы күрән генә белдереп тора. Хәҙер тауҙың төньяғын ҡарағай урманы биҙәй, ул бер саҡрымдай алыҫлыҡтағы имән урманына барып ҡушыла һәм артабан көнсығыштағы ҙур урманға барып тоташа. Тауҙың көньяғынан аҡҡан Ярыш йылғаһы, урман эсендәге эреле-ваҡлы шишмәләр урындағы халыҡ өсөн ысын-ысындан йәшәү сығанағы булып тора, сөнки ауылдың көтөүлектәре ошо тирәлә урынлашҡан.
Тау итәге, сәскәле аҡландар ял өсөн дә бик уңайлы. 1 Май, 9 Май һәм башҡа йәйге байрамдар ваҡытында Ярыштауға, уның тирә-яғындағы урмандарға халыҡ, бигерәк тә йәштәр күп килә, шунда вәғәҙәләр бирелә, һүҙ ҡуйышыла. Етәкләшеп тауға менгән ғашиҡтарҙы күреү бигерәк ҡыуаныслы.
Ярыштауҙың бейеклеген уның башына менгәс тағы ла нығыраҡ тояһың. Күҙ күреме етмәҫ офоҡтар асыла был тау башынан, эреле-ваҡлы ауылдар, хатта бынан 30-35 саҡрымда урынлашҡан Асылыкүл янындағы тауҙар ҙа күренә. Һылыу Дим йылғаһы, уның туғайындағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ күлдәр, бесән сабынлыҡтары ус төбөндәгеләй йәйрәп ята. Аяҙ төндәрҙә Өфө уттары ла емелдәп тора тиҙәр бынан — ысындыр, маңлай күҙенә күңел күҙен дә өҫтәһәң, ниндәй генә серле мөғжизәләр күренмәй ҙә хикмәттәр осрамай. Һуңғы йылдарҙа тау башына машиналар бик күпләп ағыла башланы. Иртән торһаң да, төнөн сыҡһаң да, тау түбәһе һис кенә лә буш түгел, ҡунаҡтар бер-береһен алмаштырып ҡына тора. Элек йәйәүләп сәғәткә яҡын үрләгән тау башына хәҙерге заман машиналары һә тигәнсе алып менеп еткерә, рулгә нығыраҡ тотон да машинаң ышаныслы булһын. Тик бер генә теләк: тау башында ҡунаҡтар сүп-сар өйөмдәре ҡалдырмаһын, үҙ арттарынан йыйыштырып йөрөһөндәр ине, районыбыҙ ғорурлығын киләсәк быуындарға ла матур, таҙа килеш ҡалдырайыҡ!
Тауға ҡарап тау булып булмай, тиҙәр, ләкин уға оҙағыраҡ бағып торһаң да, ул кеше күңелендә матур иҫтәлектәр, күркәм хәтирәләр уятыуға һәләтле. Бөйөк Ватан һуғышына киткән ауылдаштарым ауыл күҙҙән юғалғас та, ошо тауға ҡарап барғандарҙыр, күңелдәренән, эстән генә уның менән хушлашҡандарҙыр, ә инде һуғыш бөткәс, берәм-һәрәм генә булып ҡайтҡан ваҡытта иң беренсе уны күргәндер, уны сәләмләгәндер.
Ярыштау үҙенең итәгенә һыйынып ултырған ауылды ла, унда ҡырмыҫҡалай ҡайнашҡан кешеләрҙе лә уйлап та бирмәй, әйтерһең, уларҙың яҙмышы уға бөтөнләй ҡағылмай. Нисә быуаттар эсендә күргән-кисергәндәрен тышҡа сығармай, үҙ эсенә йыя ла йыя ул, йәйен йәшеллеккә төрөнөп, ҡышын аҡтан кейенеп ғорур баҫып тороуын дауам итә. Көҙгө ямғырҙар ваҡытында болоттар уратып ала, ҡышҡы бурандарҙа бер ни тиклем ваҡытҡа күҙҙән юғалып тора. Ләкин ауыр болоттар ҙа, әсе бурандар ҙа мәңгелек түгел, ялт итеп асылған көн, яҡты ҡояш тауҙы шунда уҡ урынына килтереп ултырта, кешеләр күңелендәге шик-шөбһәләрҙе алып ташлап, тыныслыҡ урынлаштыра.
Рауил ДӘҮЛИЙӘРОВ.
Дәүләкән районы,
Дүртөйлө ауылы.