Был фотоһүрәттә дүрт йәшлек Айҙар Зариповты күрәһегеҙ. Ифрат сос, етеҙ, шул уҡ ваҡытта тыңлаусан малай ул. Техниканы үҙ итә. Атаһының машинаһында, мотоциклында ултырып йөрөргә ярата. Фотоға ла иң шәп каскаһын тотоп төштө. Ҙурайғас, бәлки, уҙышсы булып танылыр әле.
Айҙарҙың балалар баҡсаһында дуҫтары күп. Иғтибарлы, тәртипле, яҡшы иптәш булғаны өсөн яраталар уны. Бына шулай — маҡтап бөтмәҫлек, шәп малай ул Айҙар!
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы,
Манышты ауылы.