Ҡотлайбыҙ!
Танылған гроссмейстер, халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Танһыҡҡужина йәнә республика халҡын ҡыуандырҙы.
Спортсының төрлө илдәргә барып еңеү менән ҡайтыуына күнегеп бөткәнбеҙ. Шулай ҙа был уңышы барыһынан да мөһимерәктер — Тамара Танһыҡҡужина тәүгә әсә булған!
3 декабрҙә һау-сәләмәт тыуған ҡыҙҙың ауырлығы – 3 килограмм 400 грамм. Әсәһе сабыйға исемдең иң матурын ҡушып өлгөргән — Суфия.
Арҙаҡлы замандашыбыҙ, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Тамара Танһыҡҡужинаға әсә бәхете, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
“Башҡортостан” редакцияһы коллективы.