Үткән быуаттың 90-сы йылдары төбәгебеҙҙә Башҡортостан Конституция судының тәүге рәйесе Ирек Мөҡсиновтың исеме менән тығыҙ бәйле булды. Абруйлы, тәжрибәле хоҡуҡ белгесенең милли республика төҙөүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Рәсәй Конституцияһы көнө алдынан Ирек Мөҡсиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап Өфөлә “Конституция хоҡуғының көнүҙәк мәсьәләләре” тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо. Илдең төрлө ҡалаларынан килгән билдәле юристар ҡатнашлығындағы сарала юғары властың һәм урындағы үҙидараның дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәрен нығытҡан хоҡуҡ нормаларын ҡулланыу барышында тыуған һорауҙарға яуап эҙләнде.
Башҡортостан Конституция судының әлеге рәйесе Люциә Ғүмәрова сығышында бөгөнгө эшмәкәрлектең төп нигеҙен Ирек Мөҡсинов етәкселек иткән ваҡыттағы алымдар билдәләүен белдерҙе. Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты Мансур Әйүпов иһә үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы мөһим мәсьәләләрҙең бөгөн дә көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Күп милләтле илдә ашыҡ-бошоҡ үткәрелгән реформаларҙың сәйәси көрсөккә килтереүе ихтимал. Ирек Шәриф улы ла тап ошондай фекерҙә ине, — тине ул.
Д. ИШМОРАТОВА.