Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ағзалары “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында” закон проектындағы төҙәтмәләрҙе тикшерҙе. Уны республика Хөкүмәте тәҡдим иткәйне.
Икенсе уҡыуға әҙерләнгән был документ алданған өлөшсөләрҙең мәнфәғәтен күҙ уңында тота. Төҙәтмәләрҙә тәү сиратта өлөшсөләр алдындағы бурысты үҙ иңенә алырға теләүсе төҙөүселәргә ер биләмәләрен бүлеү тураһында һүҙ бара.
Комитет рәйесе Франис Сәйфуллин әйтеүенсә, төҙөлөш майҙансыҡтарының түләүһеҙ тапшырылыуы күҙаллана. Был инде алданғандарҙы торлаҡ менән тиҙ арала тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, сөнки бушлай ер — намыҫлы төҙөлөш ойошмаларына һиҙелерлек ярҙам.
Т. МУСИН.
Эксперт фекере Фидарис БАГАЕВ, республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты белгесе:
— Беҙҙең ведомство, башланғыс менән сығыш яһап, тәҡдимдәрҙе Башҡортостан Хөкүмәтенә, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ебәрҙе. Әгәр ҙә закон көсөнә инһә, төҙөүселәр ер биләмәләрен үҙ милкенә аласаҡ. Үҙ сиратында был алданған өлөшсөләр алдында бурыстың ҡапланыуына булышлыҡ итәсәк.