Башҡалар ниңә өндәшмәй?07.12.2012
(Р. Бикбаев, “Ышаныстар һәм борсолоуҙар”.
2012 йыл, 28 ноябрь)
Фәнзил САНЪЯРОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф буйынса комиссияһы рәйесе, БДУ доценты:
— Рауил Төхфәт улының мәғариф өлкәһенең хәҙергеһе буйынса фекерен күптән көткәйнем. Ышанысым аҡланды: депутатыбыҙ, шағирыбыҙ халыҡҡа йөрәк һүҙен әйтте.
Ул Ватаныбыҙҙың тарихына, бөгөнгөһөнә байҡау яһау, киләсәкте күҙаллау менән бер рәттән мәктәп дәреслектәрендә беҙ иғтибар итмәгән миҫалдарҙы күреп, үҙ фекерен белдергән. Ғөмүмән, Рауил Бикбаев “Башҡортостан” гәзитендәге бер сығышы менән белем биреү тармағындағы барлыҡ етешһеҙлекте асып һалды, ҡайһы бер мәғариф хеҙмәткәрҙәре һиҙмәгән киҫкен мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.
Халҡыбыҙҙың яҙмышы хәл ителгән осорҙа башҡа зыялыларыбыҙ ҙа өндәшмәйенсә ҡалмаһын ине. Ҡайҙа беҙҙең философтар, политологтар? Ниңә барыһын да шағирҙарҙан, уҡытыусыларҙан көтәбеҙ? Милләтебеҙҙең киләсәге һәр беребеҙгә бәйле бит.

Д. ТӘЛҒӘТОВА яҙып алды.


Вернуться назад