Бәхетең үҙ ҡулыңда07.12.2012
Бәхетең үҙ ҡулыңдаАллаһ Тәғәлә балсыҡтан кеше әүәләй. Файҙаланылмаған бәләкәй генә бер өлөш тороп ҡала. Ә кешенең бөтә ағзаһы ла камил була.
— Һиңә тағы нимә әүәләп бирергә? — тип һорай Аллаһ.
— Миңә бәхет яһап бир, — тип яуап бирә уға Кеше.
Аллаһ бер һүҙ ҙә өндәшмәй, бары тик тороп ҡалған балсыҡ киҫәген кешенең усына һала.

Ҡайҙан килгәнеңде онотма

Солтандың вәзире һәр саҡ ҡәнәғәт йылмайып йөрөй, барыһына ла тик яҡшылыҡ ҡыла. Был һарайҙағы көнсөл кешеләргә оҡшамай. Ҡара уйлылар солтанға ошаҡ Бәхетең үҙ ҡулыңдаташый башлай. Имеш, вәзир сит дәүләт файҙаһына шымсылыҡ итә, үҙенең бүлмәһенә йәшенеп ултыра ла бысраҡ уйҙарын тормошҡа ашыра. Солтан, йәне көйөп китеп, вәзирҙең төптә урынлашҡан бүлмәһенә барып инә һәм аптырап ҡала. Унда стенаға эленгән бер иҫке халат һәм тапалып, йыртылып бөткән итек кенә була.
— Был нимәне аңлата, ни өсөн иҫке әйберҙәр тора бында? — ти ул асыуланып.
— Солтаным, һиңә эшкә килгән саҡта мин ошо иҫке генә кейемдә инем. Үҙ яныңа алдың һәм хәҙер ниндәй хәлдәмен: мин — хөрмәтле кеше! Ошо әйберҙәремә ҡарайым да элекке көнкүрешемде иҫкә төшөрәм, бөгөнгө булмышымды күреп һөйөнәм.

Бәхетең үҙ ҡулыңдаЭске матурлыҡ мөһимерәк

Мосафир үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр диңгеҙ күрә. Иҫе китә. Ул шундай ҙур, бөйөк, зәп-зәңгәр, һыуы үтә күренмәле таҙа! Һоҡланыуҙан кешенең башы әйләнеп китә. Өҫтәүенә тәненә ҡеүәтле тулҡындар килеп бәрелә. Бындай матурлыҡтан түҙә алмай, ул йүгереп төшөп, услап һыу уртлай һәм... тоҙло һыуҙан сирышып, төкөрөп ебәрә. Тыштан ялтыраған һәр нәмә эстән дә шулай булмай шул.

Тамуҡ та, ожмах та — үҙебеҙҙән

Аҡыл эйәһенә билдәле бөйөк яугир килә. Бәхетең үҙ ҡулыңда
— Мин һинән аҡыл алырға теләйем. Өйрәт мине, — ти яугир.
— Һин кем? — тип һорай аҡыл эйәһе.
— Нисек инде мине белмәйһең? — Яугир үпкәләй биреп ҡуя.
— Йөҙөң ярлы, ябай ғына, меҫкен кешенекенә оҡшаған, таный алмайым.
Был һүҙҙәргә яугирҙең йәне көйөп китә, йөҙө боҙола. Ул ҡылысын ала ла янай башлай.
— Бына һин әле үҙ ҡулың менән тамуҡ яһап тораһың, — тип тыныс ҡына әйтә уға бабай.
— Ә-ә-ә, хәҙер барыһын да аңланым: рәхмәт һиңә, бөйөк аҡыл эйәһе, — ти яугир, йылмайып.
— Ә хәҙер һин үҙ ҡулың менән ожмах булдырҙың.

Бәхетең үҙ ҡулыңдаКүбәләк үлеме, тереме?

Бик аҡыллы уҡытыусы була. Уның шәкерттәре араһынан берәүҙең башына шундай уй килә: "Беҙҙең аҡыл эйәһе ысынлап бөтә нәмәне лә беләме икән?"
Ул яланға йүгереп бара ла сәскәнән сәскәгә ҡунып йөрөгән күбәләкте тотоп ала. "Уны усымда йомоп остазыма алып барам да һораясаҡмын: ҡулымдағы күбәләк тереме, юҡмы? Әгәр үле тиһә, ҡулымды асам да осороп ебәрәм, ә тере тиһә, ҡыҫып үлтерәм дә уға күрһәтәм. Шул саҡта нимә эшләр икән?" — тип уйлай һәм йүгерә-атлай уҡытыусыһы янына килә.
— Остазым, ҡулымдағы күбәләк тереме, үлеме? — тип һорай.
Аҡыл эйәһе уға күтәрелеп ҡарамай ғына яуап бирә:
— Барыһы ла һинең ҡулыңда...

Шәхсән ҡараш

Әбүғәлисина үҙенә уҡыусы ала. Бер мәл табипҡа тома һуҡыр кеше килеп ярҙам һорай. Ул уҡыусыһына махсус ҡоймаҡ бешерергә ҡуша һәм нимә һалырғаБәхетең үҙ ҡулыңда кәрәклеген өйрәтә. Тегеһе Әбүғәлисина нисек ҡуша, шулай эшләй ҙә һуҡырҙың күҙенә килтереп яба. Иртәгәһенә һуҡырҙың ике күҙе лә күрә башлай.
Был уңышҡа шатланған уҡыусы күршеһендә лә тома һуҡыр йәшәгәнен иҫенә төшөрә һәм баяғы рецепт буйынса ҡоймаҡ бешереп тегенең күҙенә яба. Иртәгәһенә бисараның ике күҙе лә ағып төшә. Ҡото осҡан уҡыусы Әбүғәлисинаға йүгереп бара ла хәлде аңлатып бирә.
— Һәр кешегә шәхсән ҡараш кәрәк. Берәүҙең тәне эҫе, икенсеһенеке — һыуыҡ, берәүҙекендә һыу күп, икенсеһенекендә — юҡ. Мең кешелә ауырыу мең төрлө үтә, — тип асыулана табип.


Вернуться назад