Мин дә өләсәйҙәргә иркәләнеп үҫеү бәхетенән ситтә ҡалмағанмын. Икеһе лә хеҙмәт ветераны, ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанғандар. Мөмкинлек булған һайын яндарына балалары йыйыла. Ҡәҙерлеләремдең тормошо һәр саҡ шулай ыңғай ғына бармаған, бөгөнгөләй шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына тормаған.
— Һуғыш башланғанда миңә туғыҙ йәш ине. Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн ололар менән бер рәттән эшләнек. Кейергә кейем, ашарға икмәк булманы. Ул йылдарҙа күргәндәр үҙе бер китап яҙырлыҡ, — тип хәтерләй атайымдың әсәһе бала сағын.
Шулай ҙа йәшәлгән йылдарына артыҡ зарланмай. "Бер мин түгел, бөтөн ауыл, ил күрҙе ул михнәттәрҙе", — тип сабыр ғына өҫтәп ҡуя. Шул тиклем оло йөрәкле булыуына һоҡланам.
Тыуған ауылым тарихы, уның кешеләре тураһындағы "Күҙйылға буйҙарында" тигән китапта өләсәйем тураһында ошондай юлдар бар: "Тәнзилә Ғиниәтулла ҡыҙы Нуғаҙаҡ ауылынан. 1956 йылда Стәрлетамаҡта эшләп йөрөгәндә Нәжип менән таныша һәм Түбәнге Ләкәндегә килен булып төшә. Нәжип ғүмер буйы сит ауылға йөрөп эшләгәнлектән, бөтөн тормош ауырлығы — балалар үҫтереү, шәхси хужалыҡты алып барыу, колхозда эшләү — барыһы ла Тәнзилә елкәһенә төшә. Биш малай, ике ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына сығаралар. Һәр береһе матур итеп донъя көтә". Быларҙы ҡабат-ҡабат ғорурланып уҡыйым. Өләсәйем бөгөн дә беҙҙең ғаилә усағын һаҡлаусы, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итеүсе ҡәҙерле кешебеҙ.
Беҙҙең ғаилә атайымдың ата-әсәһе менән бергә тора, шуға күрә өләсәйемдең күңел йылыһын тойоп, бер минутҡа ла эргәһенән китмәй, тәрбиәһен алып үҫтем. Элек әкиәттәрен йотлоғоп тыңлаһам, хәҙер үҙем уға ҡыҙыҡлы китаптар уҡыйым. Уның менән шул тиклем рәхәт. Йәй барлыҡ туғандары, балалары ҡәҙерлебеҙҙең 80 йәшен туйланыҡ.
Икенсе өләсәйем Көмөшбикә Муллағәле ҡыҙы һуғыштан һуңғы йылдарҙа ғаиләлә ун беренсе бала булып донъяға килә. Бухгалтер һөнәрен алғас, колхозда хисапсы булып эш башлай. Олатайым менән тормош ҡороп, Үтәймуллала төпләнәләр. Икенсе ауылға йөрөп эшләүе ҡыйынға тура килгәнлектән, хеҙмәт юлын үҙҙәрендә һатыусы булып дауам итә. "Тауарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан үҙем ташый торғайным", — тип һөйләй эше тураһында. Өләсәйем "Социалистик ярышта еңеүсе", "Коммунистик хеҙмәт ударнигы", "Рәсәй кооперацияһы системаһында намыҫлы хеҙмәт өсөн" билдәләре менән бүләкләнә, халыҡ араһында ихтирам яулай. Балалары ла тырыш, үҙҙәре яратып һайлаған һөнәр эйәләре: тәрбиәсе, уҡытыусы, табип, банк хеҙмәткәре, механик.
Бөгөн ҡәҙерлебеҙ бер үҙе генә йәшәй, шуға ҡарамаҫтан, һарай тултырып мал тота, умарталары бар, баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтерә. Ялдарҙа, йәйге каникулда өләсәйемдең өйө беҙҙең иң яратҡан урынға әйләнгән. Уға ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ярҙам итәбеҙ, ихтирам күрһәтәбеҙ.
Күңелдәребеҙҙе шифалы нурҙар менән һуғарыусы, изге теләктәре менән яҡшылыҡҡа өндәүсе өләсәйҙәремә һоҡланып туя алмайым.
Гөлназ БАЯЗИТОВА,
Үтәймулла мәктәбенең VII класс уҡыусыһы.
Ауырғазы районы.