“Башҡорт Уралы” танытма алды06.12.2012
“Башҡорт Уралы” танытма алдыПрезидент Рөстәм Хәмитов сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә экология һәм мәҙәниәт мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлгәйне. Кисә ошо тармаҡтарҙы үҫтереү йәһәтенән тәүге ҙур аҙым да яһалды — республикала ЮНЕСКО-ның “Башҡорт Уралы” биомөхит резерватын асыуға сертификат бирелде.
Башҡортостан Президенты менән Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы делегацияһы осрашыуында шулай уҡ Өфөлә халыҡ-ара ойошманың һөнәри һәм техник белем биреү буйынса ЮНЕВОК үҙәген булдырыуға танытма ла тапшырылды. Ул Башҡортостан социаль технологиялар институтында эшләйәсәк.
— Техник белгестәргә ҙур ихтыяж тыуған заманда ошо йүнәлештә эшләгән урта һөнәри белем биреү учреждениеларын да ЮНЕСКО-ның ҡарамағына алыу яҡшы булыр ине, — тигән фекерҙә комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе.
Белеүебеҙсә, ойошма тарафынан мәғарифты үҫтереү буйынса күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, республикала ЮНЕСКО-ның кафедралары, үҙәктәре һәм 21 ассоциацияланған мәктәбе бар. Уҡыусыларға төрлө илдәрҙәге тиңдәштәре менән бәйләнеш урынлаштырыу мөмкинлеге, фәнгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырылғанлыҡтан, улар донъяға киң ҡарашлы булып үҫә. Әлеге осрашыуҙа ЮНЕСКО йүнәлеше буйынса шөғөлләнгән педагогтарға ла айырым иғтибар бүлеү кәрәклеге билдәләнде. Был йәһәттән “ЮНЕСКО уҡытыусыһы” тигән программа эшләй, уны урындарҙа киң йәйелдереү мөһим.
Осрашыуҙа шулай уҡ “Шүлгәнташ” тәбиғәт комплексын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү хаҡында һөйләшеү булды, китапханалар, үҙешмәкәр коллективтар, ансамблдәр эшен йәнләндереү иғтибар үҙәгенә алынды.
Сара һуңында Рөстәм Хәмитов, Григорий Орджоникидзе, Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫының Рәсәй милли комитеты рәйесе Игорь Маковецкий ҡала төҙөлөшө һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса протоколға ҡул ҡуйҙы.
Артабан делегация вәкилдәре ЮНЕСКО-ның проекттарын һәм программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова менән әңгәмә ҡорҙо, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында “Башҡорт Уралы” биомөхит резерваты асылыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
Бөгөн ҡунаҡтар ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе — Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты менән таныша, Башҡортостан социаль технологиялар институтында ЮНЕВОК үҙәге асылыу тантанаһында, Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей-заповеднигын булдырыуға арналған кәңәшмәлә ҡатнаша, комиссияның кафедралары, үҙәктәре, клубтары эшләгән уҡыу йорттары етәкселәре менән осраша.
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад