Күҙҙәр янып торһон!06.12.2012
Кисә Конгресс-холға республиканың алдынғы ҡарашлы йәштәре йыйылды. “Алдынғы” тип уларҙың һәр береһенең тиерлек ҡулында булған планшет, ноутбук, нетбук, ультрабук һәм башҡа заман техникаһына ҡарап ҡына фекер йөрөтмәйем. Эш шунда: улар Эшҡыуарлыҡ һәм инноватика буйынса йәштәр конвентына тип килгән.
Мөхит эшлекле лә, икенсе яҡтан, йәштәрсә еңел дә булды. Әммә йыйылыуҙың сәбәбе бик етди һәм кәрәкле. Сараның мөһимлеген иҫбатлап, уға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһының башҡарма директоры Иван Бортник та килде.
Фойела “старт-ап”тар йәрминкәһе, йәштәрҙең төрлө бизнес-проекттары һәм “старт-ап”тар күргәҙмәһе ойошторолдо, консультация хеҙмәттәре биреү үҙәге эшләне. Һәр теләүсе бизнесты нисек башлау, проект уйлап табыу, уны үҫтереү, исем туйы әҙерләү, планлаштырыу, һалымдар һәм башҡа мәсьәләләр буйынса һораша алды.
Ултырыштар залында ҙур “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Йәш эшҡыуарҙарҙы Рөстәм Хәмитов сәләмләне.
— Мин быйылғы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәмдә республикала “аҡыллы” йәмғиәт булдырыу тураһында әйткәйнем. Был идеяны ғәмәлгә ашырыу тормош сифатын яҡшыртасаҡ. Унда һеҙ, йәштәр, әүҙем ҡатнашырға тейеш. Һеҙҙең эшҡыуарлыҡҡа, инновацияларға яңы идеялар, көс-дәрт менән теләп килеүегеҙ беҙҙе шатландыра, — тине Рөстәм Зәки улы.
Иван Бортник та Башҡортостанда күргәндәре менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе, ҡайһы бер идеяларҙы айырым билдәләне.
— Барыбер беҙгә инновациялар етмәй, күберәге ул — теләктә. Ә республиканың был йәһәттән мөмкинлектәре ҙур. Һеҙгә фәнни мөмкинлектәрҙе инновацияларға, тимәк, аҡсаға әйләндерергә өйрәнергә кәрәк. Идеялар, ҡыҙыҡлы эштәр бар, хәҙер етештереүҙе арттырырға, һатыуға сығарырға кәрәк. Йәштәр менән аралаштым. Күҙҙәре янып тора, был — иң мөһиме! — тине ул.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад