Бөйөк Ватан һуғышында Смоленск өлкәһендә һәләк булған кесе политрук Мәғәфүр Камаев тыуған яғына — Шишмә районындағы Яңауылға күсереп ерләнде.
Ошо уҡ көндө Өфөләге Еңеү паркында яугирҙең туғандарына уның әйберҙәре, медальоны һәм документтары тапшырылды. Уның мәйетен Смоленск өлкәһенең Демидов районы биләмәһендә Бөтә Рәсәй хәтер вахтаһы үткәргәндә урындағы эҙәрмәндәр таба. Кем икәнлеген документтарынан асыҡлайҙар.
Башҡортостандың Эҙәрмән отрядтары йәмәғәт фонды рәйесе Илдар Бикбаев әйтеүенсә, ошо йүнәлештәге эш киләһе йылда ла дауам итәсәк. Новгород, Ленинград һәм Смоленск өлкәләрендә эҙләү эштәрен башлау күҙаллана. Бынан тыш, Украинаға икенсе экспедиция ойоштороласаҡ.
Ғ. ХӘБИРОВ.