Яҡтыкүлде кем ҡарайтты?06.12.2012
Яҡтыкүлде кем ҡарайтты?— Яҡтыкүлдең исемен үҙгәртергә кәрәк!
— Ниңә? Үҙ исеме бына тигән!
Әбйәлил районында бер төркөм кешенең ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеүенә тәүҙә әллә ни иҫем китмәне. Беҙҙә бит хәҙер әйләнгән һайын ер-һыу атамаларын үҙгәртеү, ҡала, ойошма исемен яңыртыу йолаға әүерелде. Фәлән дә төгән тип, Төп Законды ла ҡырҡҡа тулғандырабыҙ. Әле ана милли республикаларҙы бөтөрөргә кәрәк тип зыҡ ҡубалар. Имеш, күп милләтлелек илдең именлегенә ҙур хәүеф тыуҙыра, субъекттар көс йыйып алһа, бер көн Рәсәйҙең аҫтын-өҫкә зыр әйләндереүе ихтимал.
Шулай ҙа ҡолаҡҡа салынған тауыш тынғы бирмәне. Тиктомалдан бындай фекергә килмәгәндәрҙер! Моғайын, бер әтнәкәһе барҙыр! Бәлки, топономика белгестәре кәңәш ҡора торғандыр…
— Эй, Өлгөрбай ағай! – Бәхәсләшеүселәр миңә ҡарап ауыр уфтанды. – Беҙ бит күлдең түгел, ә шифахананың исемен үҙгәртеү хаҡында һөйләйбеҙ. – Унан, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, сәбәбен аңлата башланылар.
— Шифахананың хәле документта ғына ал да гөл. Ҡағыҙ-ҡәләм үҙҙәрендә булғас, нисек теләйҙәр, шулай яҙалар. Имеш, бөтәһе лә шәп.
— Китсәле?
— Ысын!
— Шуға ла хәҙер уны “Ҡаракүл” тип үҙгәртһәк, исеменә есеме тап килер һымаҡ.
Яҡынданыраҡ танышҡас, даны әллә ҡайҙарға билдәле “Яҡтыкүл”дең етәкселеге, ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ҡара эштәр менән генә шөғөлләнгәндәй тойолдо миңә. Ҡаҙна аҡсаһын рәхәтләнеп уңға-һулға осорорға, мутлашырға харап оҫтарып алғандар бында.
“Ҡара исемлек” бигерәк оҙон булып сыҡты. Республикалағы шифханалар араһында эш хаҡы буйынса арттан беренсе улар.
Дөйөм хаҡы 35,5 миллион һум тәшкил иткән 50 объект теркәлмәгән. Биналарға, милек хужаларынан рөхсәт алып тормай ғына, 22 миллион һумлыҡ ремонт эшләнгән. Башҡа һандар ҙа республика дәүләт мөлкәте реестрындағы мәғлүмәттәргә тап килмәй.
Шифаханала яғыулыҡ-майлау материалдарын файҙаланыу, командировкаларға йөрөү йәһәтенән дә тәртип юҡ. Ҡымыҙ бешеү, ит етештереү буйынса иҫәп-хисап алып барылмаған. Ғәҙәттә, башҡорт тоҡомло аттар тәүлегенә өс литр һөт бирһә, бындағыларҙың 900 грамдан артмай. Шулай итеп, малсылыҡ тармағынан ғына 60 мең һумлыҡ зыян күрелгән.
Шифаханалағы ҡара эштәрҙең исемлеге эт эсәгеләй һуҙыла ла һуҙыла. Медицина ҡорамалдары, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр алғанда ла законды бар тип тә белмәйҙәр. Ҡайһы бер тауарҙы саманан тыш ҡиммәт хаҡҡа алғандар. Эш тип сабыулап, хатта шифахана ҡарамағындағы аттарҙың иҫәбен дә онотҡандар. Йылына күпме ҡымыҙ, ит, мал аҙығы етештерелеүе лә мәғлүм түгел.
Бер нәмәнән дә ҡурҡып тормаған шифахана етәкселеге. Ял үҙәгенә 2007–2008 йылдарҙа уҡ реконструкция эшләнһә лә, тейешле документтар юҡ, уны дәүләт милке итеп теркәүҙе лә кәрәк тип тапмағандар. Һөҙөмтәлә ошо объектты тотоу өсөн генә ике миллион һум аҡса туҙҙырылған.
Шифахана медицина хеҙмәткәрҙәре менән яртылаш ҡына тәьмин ителгән. Былтыр һәм быйыл ҡайһы берәүҙәргә 5,5 миллион һум, элекке директорға 534 мең һум аҡса арттырып түләнгән. Шулай итеп, был осорҙа бөтәһе 257 миллион һум аҡсаны һөҙөмтәһеҙ тотонғандар.
Был эштәрҙең башында шифахананың элекке баш табибы Ғ. Яппаров үҙе торған. Әлбиттә, бындай “фиҙаҡәр” хеҙмәт лайыҡлы баһаланған: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Яппаровты 2010 – 2011 йылдарҙа ғына 184 мең һум премия менән бүләкләгән. Әммә “хеҙмәт батыры”на был ғына аҙ булыр типтер, күрәһең, йәнә 67 мең һум өҫтәмә аҡса түләгәндәр. Бер аҙҙан тағы 64 мең һум матур ғына итеп Яппаровтың кеҫәһенә инеп ята.
— Бына хәҙер төшөндөгөҙмө, Өлгөрбай ағай?
— Эйе.
Яҡтыкүл ысынлап ҡарағусҡылланып киткәндәй тойолдо миңә.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Вернуться назад