Ваҡыт аҙ ҡалды, ашығайыҡ, йәмәғәт!06.12.2012
Киләһе йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 23 декабрь — һуңғы көн.
Идаралыҡтың 26 ноябргә ҡарата мәғлүмәттәренә ҡарағанда, "Башҡортостан"ға яҙылыу барышы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәнәғәтләнерлек түгел. Әлбиттә, ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа гәзитебеҙҙең дуҫтары артыуы күҙәтелә, был беҙҙе һөйөндөрә.
Шуныһы ҡыуаныслы: Бөрйән районы халҡы элеккесә "Башҡортостан"ға тоғро ҡала, әле улар рейтингта — беренсе. Илеш районы хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин, улар — икенсе урында. Өсөнсөлә — Өфө ҡалаһы менән Баймаҡ районы. Артабан ошо исемлекте Әбйәлил һәм Ишембай райондары тулыландыра.
Үкенескә ҡаршы, Белорет, Бәләбәй, Ағиҙел, Октябрьский ҡалалары, Бөрө, Кушнаренко, Дыуан, Балаҡатай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Мишкә, Ҡыйғы, Бишбүләк һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙа гәзиткә яҙылыу һүлпән бара. Урындағы етәкселәрҙе "Башҡортостан"ды таратыу мәсьәләһенә яуаплыраҡ ҡарарға һәм әүҙемерәк шөғөлләнергә саҡырабыҙ. Ә әлегәсә баҫмабыҙҙы үҙ иткән уҡыусыларыбыҙға артабан да бәйләнеште өҙмәйек, дуҫлыҡты һаҡлап ҡалайыҡ, тип өндәшәбеҙ. Үҙегеҙ генә алдырып ҡалмай, туғандарығыҙҙы, күрше-күләнегеҙҙе һәм таныштарығыҙҙы ла гәзиткә яҙылырға өгөтләһәгеҙ ине.
Һәр йылдағыса, баҫмаға яҙылып, квитанция күсермәһен ебәргән тәүге 200 кеше "Башҡортса дини календарь" менән бүләкләнә. Бынан тыш, ай аҙағында ошо уҡ квитанциялар буйынса йәрәбә менән бүләктәр уйнатыласаҡ.
Йәнә шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһы дауам итә. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланғанға тиклем тотош коллектив менән яҙылған мәктәп йә ойошмаларҙан үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт менән квитанциялар күсермәһен редакцияға ебәреүҙәрен һорайбыҙ. Төп бүләк — шифаханаға путевка, тип вәғәҙә иткәйнек. Икенсеһе — принтер, өсөнсөһө — спорт кәрәк-ярағы.

Хаҡтар түбәндәгесә:

50600 индекслыһы — 706 һум 32 тин;
31805 индекслыһы — 146 һум 64 тин.
Электрон версияһына ни бары 150 һумға яҙылырға мөмкин.

Баш ҡалала йәшәүселәр "Өфө-матбуғат" киосктарында яҙылырға мөмкин. Ул сағында баҫманың хаҡы бер айға — 90 һум, бер йылға 1080 һум торасаҡ.
Шулай уҡ алты айға 361 һум 14 тин түләп, редакцияға ла килеп алырға була.
Мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! Ваҡыт ашыҡтыра, шуға күрә "Башҡортостан"ға яҙылыуҙы иртәгәгә ҡалдырмайыҡ, бөгөндән дәррәү ҡуҙғалайыҡ!

Бергә булдыҡ,
артабан да бергә ҡалайыҡ!


МӨХӘРРИРИӘТ.


Вернуться назад