Мин Күгәрсен районының Етеболаҡ ауылында ишле татар ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып тыуғанмын. Апайҙарым менән ағайҙарым, Мораҡ педучилищеһын тамамлап, юғары белем алып, ғүмерҙәрен йәш быуынға белем биреүгә арнаны.
Мәрйәм апайымды Ҡурған өлкәһе Әлмән районының Искәндәр ауылына башҡорт мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Ата-әсәһенең елкәһенән бер ауыҙ булһа ла төшһөн тип, ул мине үҙе менән алып китте һәм башҡорт мәктәбенә уҡырға бирҙе. Артабан белем алыуҙы урыҫ мәктәбендә дауам иттем. Мин дә өлкән туғандарым юлынан киттем — Мораҡ педучилищеһына уҡырға индем.
Уҡытыусылыҡ эше һәр телдәге төрлө баҫмалар алдырып уҡырға, дәрестә ҡулланырға өйрәтте лә инде. “Совет Башҡортостаны” гәзите 1970 йылдан бирле тоғро юлдашыма әйләнде. Почтаны килтереүҙәре менән әле лә иң тәүҙә уны ҡулыма алып, тәүге битен уҡып, унан һуңғыһына күсәм. Шунан “Көн һайын ошо урында” рубрикаһындағы мәҡәләләрҙе диҡҡәт менән уҡып сығам.
Әйткәндәй, гәзит уҡыусыларҙың бер аҙ тәнҡитенән һуң, был рубрикалағы мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе ҡырҡа үҙгәрҙе. Уҡыусыларығыҙҙың уй-фекеренә ҡолаҡ һалғанығыҙ өсөн рәхмәт. Ғөмүмән, һуңғы осорҙа баҫманың эстәлеге күҙгә күренеп яҡшырҙы, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә башланы — был уға күптән етмәй ине.
Гәзит уҡыусы барометр кеүек — һәр яңы үҙгәреште күреп, элеп алып ҡына тора. Яңы авторҙар барлыҡҡа килеүе, халыҡҡа яҡын, йөрәккә ятышлы темалар, рубрикалар хасил булыуы оҡшай. Тик бына шуныһы бигерәк аяныс: күп уҡытыусы гәзит-журнал алдырмай ҙа, уҡымай ҙа. Һис юғында китапханаларға яңы баҫмалар менән танышырға ингән уҡытыусыны хәҙер осратмаҫһың да!
Беҙ үҙебеҙ республикала ниндәй милли баҫма бар, барыһын да алдырабыҙ: “Башҡортостан”ды, “Йәшлек”те, “Башҡортостан ҡыҙы”н, хатта пенсияла булһаҡ та, һаман “Башҡортостан уҡытыусыһы”н. Ә инде “Ватандаш”, “Тамаша”, “Шоңҡар” һәм башҡа баҫмаларҙы китапханаға инеп уҡып сығабыҙ, сөнки йәштән шуға күнегелгән: гәзит-журнал уҡыу күңел талабына әйләнгән. Ҡунаҡҡа барғанда, дуҫтар-туғандар менән аралашҡанда, гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләр, күтәрелгән проблемалар тураһында һүҙ алып барһаҡ, кешеләр ҡыҙығып китә — был баҫмаларға үҙенә күрә бер реклама кеүек була.
Реклама тигәндәй, республика, район баҫмалары иғлан иткән бер генә акциянан да ҡоро ҡалғаныбыҙ юҡ. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы беҙгә телефон аппараты ла, “Серафимовка ҡош мамығы” предприятиеһы юрғанын да тапшырҙы. 2013 йылдың тәүге яртыһына акция иғлан ителгәс, почтаға йүгерҙем. Йәнәһе, беренселәрҙән булып яҙылһам, кеҫә телефонын аласаҡмын. Тик миңә тиклем өс кеше яҙылып өлгөргән булып сыҡты. Юрған, телефонға мохтажлыҡ кисергәндән түгел, ә баҫмаларҙың тиражын күтәреүгә әҙ булһа ла өлөш индереү өсөн тырышам, әлбиттә. Акцияларҙа ҡатнашып, бүләккә лайыҡ булыуым тураһында һөйләһәм, дуҫтарым да ҡыҙығып китә.
Ирем Сабир Ғәзиз улы ла — уҡытыусы. Урыҫ ауылында тыуып үҫеп, урыҫса уҡығанлыҡтан, башҡорт булһа ла, туған телен белмәй ине. Минең, татар кешеһенең, рәхәтләнеп башҡортса китап-гәзит уҡыуымды күреп, тырышып-тырмашып әсә телен үҙләштерҙе. Гәзит-журналдарға йомолһам, эргәмә килеп, тәүҙә гәзит исемдәрен, тора-бара эре хәреф менән яҙылған мәҡәләләрҙең башын ижекләп уҡырға өйрәнде, яҙмаларҙың йөкмәткеһен минән тәржемәләтер ине. Хәҙер, Аллаға шөкөр, ул башҡортса һөйләшә, “милли рух”, “милли идея” тигән һүҙҙәр теленән төшмәй.
Әле беҙ икебеҙ ҙә хаҡлы ялда. Әммә үҙенең көс-ҡеүәтен белгән ир-уҙаман нисек итеп өйҙә түҙеп ултырһын?! Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге музейында эшләй ирем. Өйгә килгән гәзит-журналдарҙы шунда алып барып төпләй. Ҡыҙҙар инеп уҡый, ти ул (Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе күҙ уңында тота). Шулай шул, үҙҙәре яҙҙырып уҡымағанға күрә, һис юғында, музейға инеп танышһындар.
Кемдәр “Башҡортостан”дың йома һанын ғына алдыра, һеҙгә, айырыуса уҡытыусыларға, кәңәшем шул: аҙнаһына 5 тапҡыр килгәненә яҙылығыҙ. 700 һум самаһы аҡса байлыҡмы ни ул? Ә “Башҡортостан” — һәр кем өсөн ҙур байлыҡ!
Нәйлә БИКБАЕВА,
мәғариф ветераны.
Күгәрсен районы.