Һәр кем үҙ бәхете менән тыуа06.12.2012
Рәсәй һәм Башҡортостан белгестәре 2014–2015 йылдарҙа тыуымдың бер ни тиклем артыуын, аҙаҡ халыҡ һанының кәмейәсәген күҙаллап саң ҡаға, демографик көрсөктән сығыу юлын хәҙерҙән хәстәрләүҙең мөһимлеген раҫларға тырыша.
— “Әсәлек капиталы” сәйәсәте тәүге йылдарҙа һөҙөмтәле булһа ла, бөгөнгө мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, уның көсө самалы икәне күҙгә бәрелә, йәштәр бер-ике бала менән генә сикләнеүҙе хуп күрә, — ти социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре.
Йыл һайын нисә пар никахҡа инһә, шунса тиерлек күләмдә ғаиләләр тарҡала. Суицид һәм төрлө ауырыуҙарҙан да халыҡ һаны кәмей, ә инде автоһәләкәттәрҙәге фажиғәләр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Афғанстан, Чечня һәм башҡа “ҡыҙыу нөктә”ләрҙән ҡайта алмаған егеттәребеҙҙең әсе яҙмышы ла хәтерҙән сыҡмай.
Журналистарҙы ла демография темаһы тулҡынландырмай ҡалмай. Башҡортостан ерендә матур гөлләмәләй йыйылып, быуаттар буйы татыулыҡта ғүмер иткән милләттәр, үҙ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалып, йәш быуынға мираҫ итеп ҡалдырырға тейеш. Шәхсән үҙемә килгәндә, командировкаға сыҡҡанда ауылдарҙа асылда ҡарттар ҡалыуына, 40 – 50 йәшкә етеп барған буйҙаҡтарҙың артыуына, күп ҡатын-ҡыҙҙың донъя йөгөн яңғыҙ тартыуына иғтибар итәм. Күңеленә ятҡан яртыһын таба алмай йәше уҙып барған ҡыҙ-ҡырҡын да етерлек. Кешегә ғүмерҙе Хаҡ Тәғәлә иҫәпле биргән, һынауҙар менән килгән һәр яңы йылды оло юлда парлап үтһәң, күпкә еңелерәк.
Ошо уй-тойғоларҙы күңелдән үткәргәндән һуң Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында “Димләү агентлығы”н ойоштороу ниәте тыуҙы. Әйткәндәй, был эш Рәсәйҙә һәм Европа илдәрендә яҡшы үҫешкән, ә ниңә беҙгә яҡшы өлгөгә эйәрмәҫкә? Әгәр ҙә был эшмәкәрлек халыҡтың социаль проблемаларын уңышлы хәл итеүгә булышһа? Мосолман халҡында ла бит димләү йолаһы борондан булған. “Димсе диңгеҙ кистерер” тигән әйтем дә һаҡланған, йәғни димсе кешене яңы тормошҡа рухландырып, яҙмышын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тәүәккәллек өҫтәр тигән мәғәнәлә.
Танышыу клубында эшмәкәрлекте бер нисә йүнәлештә ойошторҙоҡ, хат аша аралашыу тигән матур йоланы ла тергеҙҙек, сөнки тап уларҙа һүҙгә һаран кешеләрҙең эске булмышы сағылыш табыуы мөмкин. Байлыҡ, донъя малы тип бар кеше үҙ эсенә бикләнеп, туғандар бер-береһенән алыҫлашҡан саҡта яңғыҙҙар бигерәк тә аралашыуға мохтаж. Туғанға һөйләп булмаҫлыҡ серҙәрҙе бүлешергә, кәңәш һорарға әхирәт, дуҫ, иптәш таба алмай үҙ кисерештәре менән һағышҡа батып йәшәгәндәр ҙә аҙ түгел. Халыҡ байрамдары элек күмәк бейеү, көй, төртмә таҡмаҡ, уйын-көлкө менән үткән, бындай ихласлыҡ урыны-урыны менән һаҡланып та ҡалған. Шуға күрә аулаҡ кисәләр ойошторасаҡбыҙ. Клубтың эшмәкәрлеген район хакимиәте хуплар, ауыл биләмәһе башлыҡтары, депутаттар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар ҡоро ярҙам ҡулын һуҙыр тигән ниәттәбеҙ.
Һәр башланғысты хуплаусылар ҙа, өнәмәүселәр ҙә табыла. “Димләү агентлығы”на ҡарата ла төрлө фекер була ҡалһа, һис ғәжәп түгел. Тәүәккәлдәрҙе көтәбеҙ!
Шәхси тормошобоҙҙо дөрөҫ ойоштороусы, яңғыҙлыҡтан ҡотолоу һәм бәхетебеҙҙе эҙләп табыуҙы ла хөкүмәттән көтөп ултырыу хилаф булыр. Әүҙемерәк булайыҡ! “Димләү агентлығы” тәүәккәлдәрҙе көтә!
Әнисә БИКТАШЕВА.


Вернуться назад