Ҡәҙерле балалар! Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Пермь крайының Чернушка ҡалаһындағы “Сулпан” башҡорт ансамбле. Унда тиҫтерҙәрегеҙ ҙур теләк менән йөрөй.
Бәләкәс милләттәштәребеҙ башҡорт халҡының фольклорын, йолаларын үҙләштерә, бейергә, йырларға өйрәнә. Егеттәр ҡурайҙа оҫта һыҙҙыра, ҡыҙҙар милли аш-һыу серҙәренә төшөнә.
“Сулпан”дар Пермь крайының, башҡа күрше-тирә төбәктәрҙең тамашасыларын сағыу сығыштары менән йыш ҡыуандыра. Уларҙы һәр ерҙә көтөп алалар, яраталар.
Пермь крайы.