Өләсәйемдең исеме — Гөлсирә. Ул ғаиләлә баш бала булған, шуға ата-әсәһе эштә саҡта ҡустыларын, һеңлеләрен ҡараған. Мәктәптә “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыған. Һуңынан Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында белем алған һәм, тыуған Ураҙ ауылына ҡайтып, колхозда хисапсы булып эш башлаған.
Аҡыллы, сабыр холоҡло олатайым Рафаэль Баһауетдинов менән иңгә-иң терәшеп татыу ғүмер итеүҙәренә 35 йыл тулды. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары, минең әсәйем, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып, Ураҙ лицейында тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Юнир ағайым Силәбе ҡалаһында университетта белем ала, киләсәктә архитектор булырға хыяллана.
Өләсәйем бик егәрле һәм тырыш. Ул Учалы районының үҙәк дауаханаһында 18 йыл иҫәпсе булып эшләгән, әле психоневрология интернатында хеҙмәт юлын дауам итә. Яҡшы эше өсөн күп маҡтау ҡағыҙы, төрлө диплом менән бүләкләнгән. Яңыраҡ Учалы районы хакимиәтенән Маҡтау ҡағыҙы һәм Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан диплом бирҙеләр.
Өләсәйемдең донъяһы бөтөн, бөхтә. Ихатаһы, өй эсе ялт итеп тора. Иҙән йыуғанда тырышып йыуам, унан үрнәк алам.
Ҡәҙерлебеҙ йәй бәпкә, себеш үҫтерә. Каникул ваҡытында ҡош-ҡортон ҡарашам, ә ул мине аҙаҡтан тәмле бәлештәре менән һыйлай. Һөйөклөбөҙ оҫта баҡсасы ла. Ихатаһы төрлө гөл-сәскәгә күмелгән. Йыл әйләнәһенә рауза, георгин, астра, тюльпан сәскә ата, хатта ҡарбуз менән ҡауын да үҫә. Емеш-еләктән тәмле ҡайнатмалар әҙерләй, йәшелсәнән ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар эшләй. Күбеһен беҙгә бирә.
Ғаиләбеҙ менән олатайым һәм өләсәй эргәһенә йыш барабыҙ, уларға ярҙам итәбеҙ. Атайым олатайыма ихатала булыша, беҙ әсәйем менән өйҙә иҙән, һауыт-һаба йыуабыҙ. Аҙаҡтан өҫтәлдә барыбыҙҙы ла өләсәйемдең телде йоторлоҡ аштары көтә. Ул ихлас итеп мине лә, әсәйемде лә аш-һыу серҙәренә өйрәтә, шуға әсәйем дә бик тәмле бешерә.
Ҡәҙерлебеҙ шул хәтлем ыҫпай, матур итеп кейенә, зауыҡлы әйберҙәре үҙенә килешеп тора. Әсәйем менән уға ҡарап һоҡланып бөтә алмайбыҙ.
Һөйөклөбөҙ мине һәм Нәзир ҡустымды бик ныҡ ярата. Байрамдарға башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан әкиәт китаптарын бүләк итә. Мин ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе ҡустыма уҡыйым, аҙаҡ төрлө образға инеп, уларҙы яттан һөйләйем. Шулай итеп, үҙемде Учалыла үткән “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһендә һынамаҡсы булдым. Был конкурста Гран-при яуланым. Һуңынан Өфөгә саҡырҙылар. Бында ла яҡшы сығыш яһап, 1-се урынды алдым. Миңә велосипед бүләк иттеләр. Ҡыуанысымдың сиге булманы... Йәй буйы шул велосипедта ауылыбыҙ урамын ҡыҙырҙым. Их, рәхәткәйҙәре!..
Һәләтемде асырға һәм үҫтерергә ярҙам иткәне өсөн өләсәйемә рәхмәтлемен. Киләсәктә лә яҡшы уҡырмын, тоғро дуҫым китапты ташламаҫмын, тип һүҙ бирәм.
Алһыу МОСТАФИНА,
Ураҙ лицейының V класс уҡыусыһы.
Учалы районы.