(Р. Ураҙғолов. “Рәсәй армия менән көслө. Ләкин уның нигеҙен тәртипһеҙлектәр ҡаҡшата...”, 2012 йыл, 15 сентябрь)
(Р. Ураҙғолов. “Рәсәй армия менән көслө. Ләкин уның нигеҙен тәртипһеҙлектәр ҡаҡшата...”, 2012 йыл, 15 сентябрь)
Һуңғы ваҡыт донъялар нисектер үҙгәреп китте. Халыҡ-ара хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү мәсьәләһен алға ҡуя, ләкин беҙҙең илдә армияла һәм флотта хеҙмәт итергә атлығып тороусылар аҙ. Бындай кире күренеш йәмәғәтселектең битарафлығы, халыҡтың сәйәси наҙанлығы, беҙҙең (минең дә) дөрөҫ эшләмәү арҡаһында хасил булды.
Ғалимдар һәм белгестәр ҙә сит ил тәжрибәһен өйрәнмәй, киреһенсә, ғәйәт һөҙөмтәле системаларҙы ҡәһәрләп тигәндәй яҙып сыға. Бәхеткә күрә, Башҡортостан матбуғатында был темаға арналған фәһемле материалдар күренгеләй. Мәҫәлән, журналист һәм яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың тәрән йөкмәткеле мәҡәләһен иғтибарһыҙ ҡалдырырлыҡ түгел. Уны һәр бер йәш инсанға еткереү зарур.
Автор ауыр һорауҙарға яуап бирергә ынтылған. “Беҙ — ҡасандыр көслө оборона заводтары, һәләтле хәрби конструкторҙар, ил ҡеүәте өсөн тотош институттар эшләгән ил — хәҙер сит илдән ҡорал һатып алабыҙ”, — тип әсенеп яҙа Р. Ураҙғолов. “Армияның көс-ҡеүәте ҡоралға ғына бәйләнмәгән. Уның төп нигеҙе — юғары белемле офицерҙар, һау-сәләмәт, рухлы һалдаттар”, — тиеүе менән килешмәү мөмкин түгел.
Ватансыл рухлы, илгә тоғро хәрбиҙәр тәрбиәләү өсөн мәктәптәрҙә етди әҙерлек системаһын булдырыу зарур. Белгестәр Рәсәй менән Америкала йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү өлкәһендәге сағыштырыуҙарҙы үтә абстракт фекерҙәрҙән башлай. Йәнәһе, Рәсәйҙә һаман да дөйөм уртаҡ “милли” идея юҡ. Ундай дөйөм идея АҠШ-та ла юҡ. Америкала “милли” төшөнсәһе этник төркөмдәргә, халыҡтарға ҡарата ҡулланылмай, бөтөн илде, дәүләтте аңлата. Мәҫәлән, Ҡушма Штаттарҙың милли мәнфәғәттәре (National Interests), АҠШ-тың милли гимны (National Anthem) һәм башҡалар. Америкала идеяларҙың күп төрлөлөгө рәсми рәүештә иғлан ителгән: гербында дәүләт девизы “Unum ex pluribus” тип латинса яҙылған, йәғни “Күптәрҙән — бер”.
АҠШ-та йәштәрҙе юғары әхлаҡи-психологик, рухи һәм интеллектуаль кимәлдә әҙерләү, уларға матди ярҙам күрһәтеү — тәрбиә нигеҙе. Быуындан быуынға күсә килгән идеялар америкалар аңына бала саҡтан уҡ һеңдерелә. Бер ниндәй ҙә “милли идея” тигән абстракт, файҙаһы булмаған буш төшөнсә уларҙа юҡ.
Башланғыс хәрби әҙерлек АҠШ-та ике кимәлдә ойошторолған: беренсеһенә — мәктәп уҡыусылары, икенсеһенә колледж һәм университет студенттары йәлеп ителә. Беренсе кимәлдә әҙерлек скауттар (scout) ойошмаларында алып барыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ир балалар менән ҡыҙҙар айырым ойошҡан — бойскауттар һәм герлскауттар тип аталалар. Тәүге лига ХХ быуат башында төҙөлгән. 8 — 18 йәшлек бала-сағаны туплаған клубтар хәҙер һәр штатта бар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Америкала был хәрәкәттә 4,1 миллион бойскаут, 2,6 миллион герлскаут ҡатнаша. Барса лигалар илдең Скауттар союзына берләшкән. Координация органы булған Милли комитетҡа эшҡыуарҙар, финансистар, сәйәсмәндәр, шулай уҡ рухани һәм хәрби етәкселәр инә.
Скауттар cоюзының программаһында төп иғтибар балаларҙы хәрби әҙәбиәт, матбуғат, техника, иҫтәлекле комплекс һәм музейҙар менән таныштырыуға, физик әҙерлеккә, ҡырағай шарттарҙа иҫән-имен ҡалыу ысулдарын өйрәнеүгә, походтар ойоштороуға һәм башҡаға йүнәлтелгән. Илдең Ҡораллы Көстәре етәкселеге үҙ объекттарын, әҙерлек үҙәктәрен, полигондарын скауттар менән эшләү өсөн биреп тора, хәрбиҙәр йәштәргә дәрестәр, күнегеүҙәр үткәрә, иң мөһиме — матди-техник яҡтан тәьмин итә. Хәрби частарҙа “Скауттар көнө” даими ойошторола: үҫмерҙәргә һәм йәштәргә техника менән танышыу, һалдаттар, сержанттар һәм офицерҙар менән аралашыу мөмкинлеге бирелә.
Ҡыҫҡаһы, дәүләт, Рәсәйҙән айырмалы, йәмәғәт ойошмаларына хәрби әҙерлек өлкәһендә лә ифрат ҙур ярҙам күрһәтә. Шуныһы ҡыҙыҡ: унда ла, беҙҙең илдәге кеүек, мәктәптәрҙә хәрби әҙерлек ойошторолған, кадет кластары бар. Юғары уҡыу йорттарында Мәғариф Оборона министрлыҡтары һәм Милли ҡораллы көстәр етәкселеге тарафынан офицерҙар әҙерләү курстары булдырылған. Был система АҠШ-та йөҙ йылдан ашыу өҙөклөкһөҙ эшләй.
Беҙҙә иһә дәүләт етәкселеге алмашыныу менән бар тәрбиә һәм мәғариф системаһы “реформалар”ға барып бата. Большевиктар килгәс, В.И. Ленин хөкүмәте Всеобуч (дөйөм мәжбүри уҡытыу) иғлан итә, уның нигеҙендә дөйөм мәжбүри хәрби әҙерлек тә ойошторола. Был аңлашыла: Граждандар һуғышы осоро бит! Һуғыш тамамланғас, 1923 йылдың 23 авгусында РСФСР Реввоенсоветы Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнөн иғлан иткән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек дәресе индерелә. 1992 йылда ҡабул ителгән “Мәғариф тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, “Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” (ОБЖ) тигән предмет индерелеп, хәрби хеҙмәткә әҙерлек системаһы юҡҡа сығарылды.
Һуңғы Дәүләт стандарттары буйынса уҡыу-уҡытыу программаһында хәрби хеҙмәт тураһында бүлек ҡаралған да ул, әммә ғәмәлдә һөҙөмтә ниндәй булыр... Ҡарап ҡарарбыҙ.
Рияз МӘСӘЛИМ.
Бөрө ҡалаһы.