Тарихты яҡшы белеүҙәре ҡыуандырҙы06.12.2012
1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы уңайынан ойошторған викторинабыҙҙың һөҙөмтәләрен барлар ваҡыт етте. Уның һорауҙары гәзиттең 16 ноябрь һанында баҫылғайны. Шуныһын билдәләргә кәрәк: ике аҙна эсендә йөҙгә яҡын хат алдыҡ, тимәк, күптәрҙә үҙ халҡының, иленең тарихы менән ҡыҙыҡһыныу көслө.
Яуап ебәргәндәр араһында 79 йәшлек инәй ҙә, 7-8-се класс уҡыусылары ла бар. Уҡытыусыларҙың, ябай эшселәрҙең, студенттарҙың әлеге темаға битараф ҡалмауына һөйөндөк. Дөрөҫ яуаптар күберәк! Барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерге килә.
Редакция хеҙмәткәрҙәренән һәм тарихсыларҙан төҙөлгән жюри, эштәрҙе ҡарап сыҡҡас, иң яҡшыларын билдәләне. Лайыҡлылар күберәк булғанға күрә, еңеүселәрҙе йәрәбә һалыу юлы менән асыҡларға тура килде.
Шулай итеп, викторинала Мәләүез ҡалаһынан Юлиә Ибраһимова, Белорет районының Йөйәк ауылынан Ринат Шәйбәков һәм Салауат ҡалаһынан Сәүиә Бикмөхәмәтова еңеп сыҡты! Бынан тыш, дөрөҫ яуаптары өсөн Ғафури районының Имәндәш ауылынан Рәмилә Мәхмүтова менән Өфө районынан Гүзәлиә Ғәйнетдинованың эштәрен баһаларға булдыҡ. Бәйге шарттары буйынса вәғәҙә ителгән иҫтәлекле бүләкте редакцияға килеп алырға мөмкин, һис юғында хәбәрселәребеҙ, ижади сәфәргә сыҡҡанда, еңеүселәрҙе өйҙәренә үҙҙәре барып ҡотларға әҙер.
Ентекле, бай мәғлүмәтле яуаптары, эшкә айырыуса яуаплы ҡарағандары өсөн Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатынан Кәримә Әхтәмова, Илеш районының Ишҡар ауылынан Илфат Саҙретдинов, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан Факиһа Низаметдинова, Көйөргәҙе районының Мораптал ауылынан хаҡлы ялдағы Кәттәл Арғынбаев, Ишембай ҡалаһынан Рәфҡәт Сәғәҙиевкә бик рәхмәтлебеҙ.
Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Вадим Ғәлиәхмәтов, Артур Әхтәмов, Лиана Кинйәбаева һәм Альберт Мәүлетҡолов, Еҙем-Ҡаран ауылынан Илшат Баҡыев, Раушания Хәсәнова һәм Айҙар Хәлилов та матур яуаптар ебәргән. Ерек ауылынан оло йәштәге хеҙмәт ветераны Рәйфә Насретдинованың да хаты беҙҙе ҡыуандырҙы.
Баҡалы районының Иҫке Маты ауылынан Гөлйыһан Вәлиева, Баймаҡ районының Темәс ауылынан Рәүилә һәм Миләүшә Шәриповалар, Белорет районының Ғәбдөк ауылынан Айсыуаҡ Баязитов, Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан Фәимә Сәғитова, Борай районының Ишмәмәт ауылынан Гөлназ Закирова, Ишембай районының Биксән ауылынан Наҙгөл Дәминова, Этҡолдан Рәйлә Ҡалмырҙина, Ишембай ҡалаһынан Фәриҙә Мәҡсүтова, Фәүзиә Аҡҡолова, Илеш районының Рысай ауылынан Люиза Ғәлиева, Үрге Йәркәйҙән Илназ Азаматов, Лаяштынан Мәүлиҙә Шакирова, Күмертауҙан Фәүзиә Ишкинина, Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан Фариза Һаҙыева, Стәрлетамаҡ районының Васильевка ауылынан Әминә Вахитова, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Кәрим Сәлимов, Әбйәлил районының Хәмит урта мәктәбенән Әлфир Абдуллин, Өфөнән Алмаҡай Ҡолдәүләтова, Фәриҙә Миһранова, Зөһрә Баййегетова һымаҡтар барҙа тарихыбыҙ онотолмаҫ, был йүнәлештә тағы ла күп асыштар яһалыр, тип ныҡлы ышанабыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәйбәт яуап биргән Лена Һаҙыева, Иҙел Муллагилдин, Айгөл Шәмсетдиноваларҙың ҡайҙа йәшәгәнлеген белә алманыҡ, шулай уҡ бер нисә хат исем-шәрифһеҙ килде.
“Бындай викториналар күберәк булһын ине, элек, уҙған быуаттың 70-се йылдарында ла, гәзиттә ошондай һорауҙар тәҡдим ителә торғайны”, — тип яҙа баҫмабыҙҙы уҡыусылар. Һис шикһеҙ, теләгегеҙҙе иҫтә тотасаҡбыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
1. Ҡаһым Мырҙашев. 2. Иоганн Вольфганг Гете. 3. 530. 4. Шварца. 5. “Яуыз купидондар”. 6. 1000. 7. Яныбай Хамматов. 8. Фазыл Туйкин. 9. В. Зефировтың “Башҡорт Йәнтүрә хикәйәләре”. 10. Михаил Илларионович Кутузов. 11. 9-сы кантон. 12. Байыҡ-Айҙар сәсән. 13. 2010 йылдың сентябрендә. 14. Мәҫәлән, Мәскәү, Париж, Венеция ауылдары һ.б. 15. Фирүзә Париж.
Яуаптар араһында бәхәслеләре лә осрай. Мәҫәлән, викторинала ҡатнашҡандарҙың ҡайһы берәүҙәре раҫлауынса, башҡорттарҙы француздар монголдар, кеше ашаусылар, ҡырағайҙар, мәргән уҡсылар, ҡырағай азиаттар, төньяҡ варварҙары, һағыҙаҡтар, төньяҡ купидондары, аҡ амурҙар, урыҫ купидондары, мөхәббәт фәрештәләре (?), бүреләр тип тә атап йөрөткән. Береһен дә инҡар итеү мөмкин түгел. Ватан һуғышының 100 йыллығы айҡанлы тантанала 50-60, 100 йәки 500 ҡурайсы сығыш яһаған, тиеүселәр күп. Быны ла дөрөҫ түгел, тип әйтеп булмай, сөнки төрлө сығанаҡта төрлөсә яҙылған. Ә бына 1-се башҡорт полкының 6-сы кантонда төҙөлөүе хәҡиҡәткә тап килмәй. Бәғзеләр иҫәпләүенсә, Заһир Байыҡ та үҙенә француз яуында ҡатнашҡан олатаһы хөрмәтенә псевдоним алған.
Иң ауыры — ер-һыу исемдәренең ҡайҙан килеп сыҡҡанын асыҡлау. Хаттарҙан күренеүенсә, Париж ауылы Силәбе өлкәһендә, Иглин, Ҡыйғы, Учалы райондарында бар. Шулай уҡ тарихи башҡорт ерҙәрендә Кассел, Раевка, Семеновка, Бородиновка, Берлин, Лейпциг ауылдарына исем һуғышҡа бәйле ҡушылған, тиелә бер нисә яуапта. Бөрйән районының Килдеғол ауылы — Килдеғол Ибраһимов, Яуымбай ауылы Яуымбай Ҡушйетәров һәм уның улдары Шәһивәли, Үҙәнбай һәм Мөхәмәтәмин кеүек яугирҙәр хөрмәтенә шулай аталған, тиҙәр. Ғафури районының Тайыш ауылы ла һуғышта ҡатнашҡан Фәйзулла Тайышевтың, ә Хәйбулла районының Үтәрбай ауылы яугир Үтәрбай Торомтаевтың исеменә бәйле икән. Яйыҡ башында Ҡаһым үҙәге, ҡайҙалыр Француз яланы барлығын да белдек. Нисек кенә булмаһын, быларҙың барыһы ла тарихи тикшереүҙе талап итә.