Өләсәйле балалар икеләтә бәхетле, сөнки улар атай-әсәй биреп бөтмәгән тәрбиәне ала, иркәләү ҙә күберәк эләгә. Мин дә ғәзиз кешем – өләсәйем Әҙибә Фәтих ҡыҙы менән бәхетле.
Ҡәҙерлебеҙ Илеш районының Ишҡар ауылында тыуып үҫә. 1961 йылда шул уҡ ауыл егете — олатайым Флүс Заһит улы Әхмәтдинов менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Ишҡарҙа өлгөлө ғаилә булып, өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. 38 йыл уртаҡ тормош көткәндән һуң, олатайым мәрхүм була. Өләсәйем был ҡайғы алдында бөгөлөп төшмәй, балалары хаҡына алға ҡарап йәшәүен дауам итә. Әлеге көндә Данис менән Фәрит улдары һәм Зирина ҡыҙы үҙ аллы тормош көтә, ә үҙе Зәфир улы менән төп йортта йәшәй.
Өләсәйем 75 йәштә. Ҡартайҙым, тип ҡул ҡаушырып ултырмай , ғүмеренең һәр минутын ҡәҙерләп, һәр атҡан таңға шатланып, тормоштан йәм һәм тәм табып йәшәй. Ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йәй баҡсаһы аллы-гөллө сәскәгә күмелә. Мин өләсәйемә ҡунаҡҡа барырға яратам. Оло йәшәтә булыуына ҡарамаҫтан, өйө һәр саҡ бөхтә, өҫтәленән тәмле икмәге, ҡайнар ашы өҙөлмәй. Килеп инеү менән өләсәйем ҡосаҡлап ала ла, арҡамдан һөйөп, тәмлекәстәр менән сәй эсерә. Ҡәҙерле кешемде «сер һандығы» тип тә атар инем. Башҡаларға, хатта әсәйемә һөйләргә тартынған серҙәрем дә уға һыя. Йылы һүҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре миңә һәр ваҡыт ҡанат ҡуя, йәшәүгә дәрт уята.
Әҙибә өләсәйем ҡул эштәренә лә оҫта. Төрлө-төрлө биҙәктәр менән салфеткалар бәйләй, сигеү сигә, тегеү тегә. Һалҡындарҙа өшөмәһен тип, бөтә күңел йылыһын һалып бәйләгән ойоҡбаш-бейәләйҙәрен беҙгә бүләк итә. Мин дә бурыслы булып ҡалмайым, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәм, мәктәптә «бишле» билдәләренә генә уҡып, уны шатландырам.
Айгөл ӘХМӘТДИНОВА,
Ишҡар мәктәбенең VII класс уҡыусыһы.
Илеш районы.