Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө05.12.2012
Өләсәй — һәр бала өсөн ҡәҙерле кеше. Нәҡ шундай илаһи заттарҙың береһе ул минең өләсәйем Нәғимә Фәтих ҡыҙы Ғәлиева. Уның менән беҙ сикһеҙ бәхетле.
Ҡәҙерлебеҙ 1947 йылда Иҫке Ҡырғыҙ ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Уға әсә йылыһына наҙланып, иркәләнеп үҫергә насип булмай. Шулай ҙа юғалтыуҙарға һәм төшөнкөлөккә бирешмәй, тормош һынауҙарын сабыр үткәреп ебәрә.
Урта мәктәпте тамамлағас, өләсәйем Кушнарен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Тырышлығы һәм әүҙемлеге арҡаһында Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында ситтән тороп белем алырға ла өлгөрә. Йәш белгес "Урал" колхозы иҡтисадсыһы, Рсай ауыл Советы рәйесе булып эшләй, хаҡлы ялға тиклем "Урал" йәмғиәтендә баш бухгалтер вазифаһын башҡара.
Тынғыһыҙлыҡҡа өйрәнгән өләсәйем лайыҡлы ялға сыҡҡас та тик ятмай. Һәйбәт белгесте ҡабаттан йәмғиәткә баш бухгалтер итеп эшкә саҡыралар. Ул бөгөн дә сафта. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн төрлө маҡтау ҡағыҙы алған.
Кемдән генә һорама, өләсәйем тураһында тик ыңғай фекер ишетергә була. "Намыҫлы, тырыш, эшен еренә еткереп башҡара, өлгөлө әсәй", — тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары.
Олатайым Мәсхүд Шәйхезаман улы менән бергә ғүмер кисереүҙәренә — 44 йыл. Улар биш балаға ғүмер биргән. Атай-әсәйҙәре үрнәгендә үҫкән ҡыҙ һәм улдарының барыһы ла юғары белемле, ғаиләле.
Өләсәйем менән олатайым үҙ көсө менән йорт тергеҙеп, матур донъя көтә. Йорттарында һәр ваҡыт таҙалыҡ, бөхтәлек. Баҡсаларында ниндәй генә емеш үҫмәй ҙә, сәскәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ. Ейәндәрен тәрбиәләргә лә ваҡыт табалар. Беҙ йорттарында һәр ваҡыт ҡәҙерле ҡунаҡ. Барыбыҙға ла һөйөүҙәрен тигеҙ өләшәләр.
Олатай менән өләсәйҙең ярты һүҙҙән аңлашып, бер-береһенә терәк һәм таяныс булып йәшәүенә һоҡланабыҙ. Ҡәҙерле кешеләребеҙ Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
уңайынан "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалына лайыҡ булды.
Айһылыу ҒӘЛИЕВА,
Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның VI класс уҡыусыһы.
Илеш районы.


Вернуться назад