Әкиәттәрен яратам05.12.2012
Өләсәйем Зөһрә Мөхәмәтдин ҡыҙы Учалы районының Ҡолош ауылында тыуған. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Ул ете бала араһында иң олоһо була. Атай-әсәһе колхоз эшенән бушамағанға күрә ҡусты-һеңлеләрен ҡараған, бөтөн өй эшен эшләгән: ҡамыр баҫып, һалма йәйгән, йөн иләп, ойоҡбаш, шәл, бейәләй бәйләгән.
Ҡәҙерлемдең уҡырға мөмкинлеге булмаған, дүрт класты ғына бөткән. Ун ике йәшенән колхозда башмаҡ ҡараған. 1960 йылда Ураҙ ауылының беренсе фермаһына эшкә килгән. Өләсәйем 25 һыйырҙы көнөнә өс мәртәбә һауған. Ул саҡтарҙа фермала барлыҡ эште ҡул көсө менән башҡарғандар. Өҫтәүенә, малға ашатырға бесән дә, силос та ташығандар. 1962 йылда тракторсы булып эшләгән олатайым Ринат Ғабдрахман улы Хәлилов менән ғаилә ҡоралар. Улар өс ҡыҙға һәм ике улға ғүмер биргән. Шулай итеп, өләсәйем бар ғүмерен колхоз эшенә бағышлай, утыҙ алты йыл һауынсы булып эшләй. Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәс, уға маҡтау ҡағыҙҙарын йәлләмәгәндәр. 1993 йылда хаҡлы ялға сыға.
Эше ауыр булғанға күрә, өләсәйемдең һаулығы ныҡ ҡаҡшаған, шулай ҙа зарланмай. Ул әле лә тырыш, егәрле, сабыр холоҡло. Ейән-ейәнсәрҙәренә йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп кенә ҡалмай, хатта күрше-тирәгә бәйләм эштәре менән ярҙамлаша.
Өләсәй бәйләмен бәйләй, ағайым менән миңә аҡыллы кәңәштәрен әйтә: "Эш эшләгәндә иренмәгеҙ. Эшегеҙ минең өсөн, өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн".
Бәләкәй саҡта һөйөклөбөҙ һәр кис беҙгә әкиәт һөйләй торғайны. Ул шул хәтлем мауыҡтырғыс итеп һөйләй, хатта үҙемде серле донъяла йөрөгән кеүек хис итәм: яуыз аждаһалар менән көрәшәм, үгәй ҡыҙ Гөлбикәне йәлләйем, ел арбала сәйәхәткә сығам... Хәҙер ҙур үҫһәм дә, өләсәйемдең әкиәттәрен ихлас тыңлайым, уларҙан илһам алып, һүрәттәр төшөрәм, ҡайһы ваҡыт шиғыр ҙа яҙып ҡуям.
Өләсәйем ейән-ейәнсәрҙәрен гел тәмле ризыҡтар менән һыйлай — тел йоторлоҡ ҡоймаҡ, бауырһаҡ бешерә. Мин өйрәнеп, ярҙамлашып торам. Ҡәҙерле өләсәйемә тиҙҙән 70 йәш тула.

Ләйлә ХӘЛИЛОВА,
Ураҙ лицейының V класс уҡыусыһы.
Учалы районы.


Вернуться назад