Икеһе лә ҡәҙерле05.12.2012
Икеһе лә ҡәҙерлеОйоҡбаштары йылы,
Бешергән ашы тәмле.
Ҡәҙерле өләсәйем,
Йәшә һин мәңге-мәңге.

Мин бик бәхетле, сөнки өләсәйҙәргә иркәләнеп кенә үҫәм. Мине яратып арҡамдан һөйгән, яҡшы бала булып үҫеүемде теләгән ҡәҙерлеләрем тураһында яҙғым килә. Һәр береһе айырым донъя көтһә лә, гел янымда кеүектәр.
Атайымдың әсәһе, Нурия өләсәйем, 1931 йылда тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 10 йәш була. Ҙур ғаиләлә үҫә. "Беҙҙең бала саҡтар ауыр булды, хатта икмәккә лә туйманыҡ. Һеҙгә хәҙер бөтәһе лә бар. Беҙҙе ҡыуандырып, "бишле"гә генә уҡып йөрөргә кәрәк", — ти ул. Һөйөклөбөҙ Ураҙ ауылында үҙ йортонда йәшәй.
Өләсәйем бик матур йырлай, элек сәхнәләрҙә сығыш яһаған сағындағы фотолары ла бар. Шул йырҙарҙы бер ҙә онотмаған. Уны һағынып күрергә барһам, ихлас ҡыуана, арҡамдан һөйөп, тәмлекестәр менән һыйлап ҡайтара.
Икеһе лә ҡәҙерлеМатур ғына тәбиғәтле Малай-Муйнаҡ ауылында икенсе өләсәйем йәшәй. Уның исеме Зәйтүнә. 69 йәштә булһа ла, бигерәк шәп әле! Баҡсаһындағы емеш-еләгенән ҡайнатма, тәмле һуттар әҙерләй, йәшелсәләренән төрлө салат эшләй. Ишек алдында ҡош-ҡорто күп. Бәрәңге баҡсаһы артынан аҡҡан Йәмйылға исемле кескәй генә йылғаға көн дә иртәнсәк бәпкәләрен ҡыуа. Беҙ ҡунаҡҡа барһаҡ: "Эй, балаҡайҙарым килгәс, өйөм йәмләнеп китте", — ти. Өйө һәр саҡ йыйнаҡ, таҙа уның. Бәйләгән ойоҡбаштарын, бейәләйҙәрен яратып кейәм. Ҡоймағы, бәлештәре менән һыйланып туйғас, бәпкәләрҙе ҡыуып алып ҡайтам, баҡса уташам. "Ҡалай ҙур ярҙамсым бар!" — тип ҡыуана.
Өләсәйҙәрем һымаҡ инәйҙәр күп булһын ине.

Алтынай ҒӘЙНУЛЛИНА,
Ураҙ лицейының III класс уҡыусыһы.

Учалы районы.


Вернуться назад