Өсөһө лә матурҙар05.12.2012
Өсөһө лә матурҙарӨләсәй — ул әсәйеңдең йә атайыңдың әсәһе, йәғни донъяның төрлө сағын үҙ иңендә кисергән тәжрибәле оло кеше. Аҡыллы кәңәштәре йәштәргә, балаларға фәһем биреүсе өлкән быуын вәкиле лә ул.
Мин өләсәйҙәргә баймын, береһенең ата-әсәһе лә иҫән. Оло өләсәйем Йәмилә Баһауетдин ҡыҙына 83 йәш. Ғүмер буйы көнкүреш комбинатында эшләгән. Олатайым Фәхретдин Фәсхетдин улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 87 йәштә. Улар биш бала үҫтергән. Оло өләсәйҙе ауылдың ағинәһе тиҙәр. Ул мәсеткә йөрөй, көн һайын биш намаҙ уҡый, аяттарҙа, дини байрамдарҙа ҡатнаша. 16 ейән-ейәнсәре, 18 бүлә-бүләсәре бар.
Әсәйемдең әсәһе Эльмира Фәхретдин ҡыҙы 38 йыл Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне, быйыл хаҡлы ялға сыҡты. Ул — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2010 йылда "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында "Йөрәгемде балаларға бирәм" номинацияһында еңеүсе булды. 2011 йылда "Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы" грантына лайыҡ булды. Олатайым менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өләсәйем дә ураҙа тота, доға уҡый, уларҙы беҙгә лә өйрәтә, изгелекле, кеселекле булырға өндәй. "Тәртип беренсе урында булырға тейеш", — ти ул. Өҫтәл артында әҙәпле булырға ҡуша, ашап бөткәс, Аллаға рәхмәт әйтеп доға уҡыта, атай-әсәйебеҙ һау-сәләмәт булһын, туғандарыбыҙ теүәл булһын, тип теләк теләтә.
Өсөһө лә матурҙарӨләсәйем мине ҡурай түңәрәгенә оҙатып, ҡаршы алып тора, уҡыуым менән ҡыҙыҡһына. Ул бәләкәйҙән миңә әкиәттәр һөйләне, биш йәшлек сағымда "Урал батыр" эпосын уҡыны. Ҡобайыр миңә бик оҡшаны. Шунан сығып ул миңә ата-әсәне тыңлап йөрөргә, тыйылғандарҙан тыйылырға өйрәтте. Үҫә төшкәс, бергәләп Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ", "Беҙҙең өйҙөң йәме" тигән китаптарын уҡыныҡ, әңгәмәләштек.
Тәртип ул һинең өҫ һәм аяҡ кейемеңде нисек сисеүеңдә, ишекте нисек асыуыңда ла күренә, тип аяҡ кейемен тигеҙләп ултыртырға, кейемде элергә, ишекте ипле асып-ябырға кәрәклеген төшөндөрә өләсәйем. Ололарҙы хөрмәт итергә, ярҙамлашырға, ата-әсәне тыңларға, яҡшы уҡырға, ҡыҙҙарҙы ҡыйырһытмаҫҡа, ҡустыма һәйбәт ағай булырға өйрәтә. "Зәғиф кешеләрҙе рәнйетмә, ундай балаларға былай ҙа ауыр, улар ауырлыҡты теләп алмаған", — тип тә аңлата ул. Шуға ла мин өйҙә белем алған дуҫымдың хәлен белешеп торам.


Өсөһө лә матурҙарАтайымдың әсәһе Таңһылыу Зиннәт ҡыҙына 61 йәш, Белорет ҡалаһында тора. Олатайым менән ике ул үҫтергәндәр. Алыҫта йәшәһәләр ҙә беҙҙе ҡарашып үҫтерештеләр, әле лә ял, байрам көндәрендә уларҙа көтөп алынған ҡунаҡбыҙ. Өләсәйем ипле һүҙле, яғымлы ҡарашлы. Ул бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Беҙгә йылы ойоҡбаштар бәйләй, төрлө бүләктәр биреп ҡыуандыра, тәмләткестәр менән һыйлай. Беҙҙә килһә, элек булған ҡыҙыҡлы хәлдәр турһында һөйләшәбеҙ.
Өләсәйҙәр менән аралашҡан ғаиләләрҙә балалар тәрбиәле, тыңлаусан була, тиҙәр. Минеңсә, бөгөн күп ғаиләләргә өләсәй тәрбиәһе етешмәй. Өгөт-нәсихәт уҡыған, насар тәртипте төҙәткән оло кешенең һүҙе — матур тәрбиә ул.
Дим БӘШӘРОВ,
Иҫке Собханғол мәктәбенең IV класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы.


Вернуться назад