Донъяла минең өсөн иң ғәзиз, яҡын кешеләрҙең береһе — өләсәйем. Уның йыйырсыҡтар баҫҡан йөҙөнә, көмөш һибелгән сәстәренә ҡарайым да уйға сумам: ни тиклем сабырлыҡ, түҙемлек һәм ихласлыҡ һыйған йөрәгенә!
Өләсәйем Рәсимә Мөхәмәтйән ҡыҙы Лоҡманова 1942 йылда тыуған. Үҙ ғүмерендә ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәгән. Ул колхозда тырышып эшләгән, ҡош-ҡорт тотҡан, мал-тыуар аҫраған, аш-һыуға оҫта булған, өйөн гел бөхтә тотҡан. Эше күп ваҡытын алһа ла, өс ҡыҙы менән ике улына матур тәрбиә биреүгә өлгәшкән. Бөгөн ун ейән-ейәнсәре бар. Етмеш йәштә булһа ла, ҡәҙерлебеҙ бер ҙә тик ултырмай, барлыҡ йорт эшендә өлгөр.
Беҙ өләсәйем менән бергә йәшәйбеҙ. Ул көн һайын мине: "Бәпесем, ҡолонсағым, ҡояшым, матурым, бәхетем!" — тип мәктәпкә оҙата һәм яғымлы һүҙҙәр, тәмле аштар менән ҡаршы ала.
Алтын ҡуллы минең өләсәйем. Күҙ нурҙарын, күңел йылыһын ҡушып, һалҡындарҙа өшөмәһендәр тип, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй. Мине лә ҡул эшенә өйрәтә.
Янымда һәр ваҡыт ҡурсалаусы, иркәләүсе өләсәйем булғас, донъяла үҙемде иң бәхетле кеше итеп тоям. Өләсәй, һин барҙа ашаған аштарыбыҙ тәмле, тормошобоҙ йәмле!
Алеся ЛОҠМАНОВА,
Ураҙ лицейының IX класс уҡыусыһы.
Учалы районы.