Донъялағы иң бай ҡыҙ05.12.2012
Зәриә өләсәйем менән дә ғорурланам. Ул өс улға ғүмер биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайымдың ғүмере иртә өҙөлә. Үҙен күреү бәхете теймәһә лә, өләсәйемдең һөйләгәндәренән аҡыллы, яҡшы кеше булыуын беләм. "Мине гел "аҡҡошом" тип кенә йөрөтә торғайны", — тип һағынып иҫкә ала ул. Ниндәй оло мөхәббәт булған уларҙа!
Ысынлап та, бик бай һәм бәхетле баламын был донъяла. Бер үҙемә — өс өләсәй, бер олатай! Үткән ғүмер юлдары һикәлтәле, ауыр булһа ла, тормошҡа зарланмайҙар. Шуның менән дә үрнәк улар миңә.

Наилә МӘРҘӘМШИНА,
Ишҡар мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы.
Илеш районы.


Вернуться назад