“Почтаның, урындағы власть органдарының һәм редакцияларҙың эшен көйләү — төбәктә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының унышлы үтеүенең нигеҙе”. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов “Рәсәй почтаһы” предприятиеһы белгестәре, ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында республика кимәлендә үткән видеоконференцияны ошо һүҙҙәр менән асып ебәрҙе.
Халыҡтың мәғлүмәт алыуға конституцион хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн матбуғатҡа яҙылыуҙың мөһимлеген аңлап, төбәк етәкселеге ошо мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә. Быйыл көҙ республика Президенты Рөстәм Хәмитов 2013 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалында үткәрелгән видеоконференция ошо документты тормошҡа ашырыуға арналды.
Сарала ҡатнашыусылар кампанияны ойоштороу буйынса эш барышы тураһында мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты, проблемаларҙы тикшерҙе, үҙ-ара хеҙмәттәшлек алымдарын тәҡдим итте. Ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтары матбуғатҡа яҙылыу осоронда “Рәсәй почтаһы” үткәргән дәртләндереү сараларының әһәмиәтен юғары баһаланы. Гәзит редакциялары ҡатнашлығында матбуғатҡа яҙылыу декадалары һәм көндәре ойоштороуҙан тыш, почта хеҙмәткәрҙәре төрлө акциялар үткәрә, уларға бизнес буйынса партнерҙарын да йәлеп итә.
Видеоконференцияла матбуғатҡа яҙылыу баҙарындағы үҙенсәлектәр, конкуренция һәм хаҡ мәсьәләләре тикшерелде.
— Һуңғы ваҡытта баҙарға яңы альтернатив структуралар килә, беҙ бындай хәлде хуплап ҡабул итәбеҙ. Ҡалаларҙа улар йылдамыраҡ эшләй, һығылмалы хаҡ сәйәсәтен тормошҡа ашыра. Әммә, нисек кенә булмаһын, төбәктә федераль почта беҙҙең өсөн стратегик партнер булып ҡала, — тине агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов.
Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов матбуғатты ташыу сифатын яҡшыртыу маҡсатында күрелгән саралар хаҡында һөйләне.
— Бөгөн матбуғатҡа яҙылыусыларҙың 80 проценты — ябай халыҡ. Тимәк, кешеләрҙең уртаҡ эшебеҙгә ышанысы ҙур. Уны юғалтмау өсөн йәмғиәт менән дә, бер-беребеҙ менән дә тығыҙыраҡ эшләргә кәрәк, — тип йомғаҡ яһаны кәңәшмәгә Борис Мелкоедов. — Киң мәғлүмәт саралары үҙ уҡыусыларының мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эш итһә, ҡала һәм район хакимиәттәре почтаға һәм редакцияларға матбуғатҡа яҙылыу сараларын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтһә, Башҡортостан өлгәшелгән күрһәткестәрҙең түбәнәйеүенә юл ҡуймаясаҡ, Рәсәйҙә иң күп уҡыған төбәк булараҡ абруйын һаҡлап ҡаласаҡ.
Ғ. ХӘБИРОВ.