“Ҡомдағы ҡала” йәшелләндерелә05.12.2012
(З. Бикташева, "Ағастар ярҙам һорай".
2012 йыл, 17 август)
Мәҡәләлә баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһен йәшелләндереү мәсьәләһенә Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан тейешле иғтибар бүленмәүе хаҡында һүҙ бара ине. Авторҙың мәҡәләһенә ҡала хакимиәтенән рәсми яуап килде. Унда түбәндәге юлдар бар:
"Сипайловоны юҡҡа ғына "ҡомдағы ҡала" тип атамайҙар: биҫтә ете метр ҡалынлыҡтағы яһалма ҡатламда төҙөлгән һәм был йәшелләндереү мәсьәләһен күпкә ҡатмарлаштыра: ерҙең тығыҙлығы юғарылағы ағастар тамырланғанда ҙур ҡаршылыҡ. Шул уҡ ваҡытта йыуып өйөлгән ерҙе тап ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың тамырҙары ғына ишелеүҙән һаҡлай.
Сипайловоны проектлағанда биҫтәлә ҡарағайҙар ултыртыу күҙалланған. Әммә ул, әрһеҙ булһа ла, яй үҫә. Тәүге йылдарҙа ултыртылған үҫентеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡландырыусы матдәләр етешмәү сәбәпле, ике-өс йылда ҡороған. Артабан ҡала хакимиәте заказы буйынса йәшелләндереүсе ойошма ағастарҙы ҙур соҡорҙарға уңдырышлы ер йомарламы менән бергә ултыртты. Махсус технология һөҙөмтә бирҙе: улар ерегеп китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫентеләрҙең күбеһен тәртип боҙоусылар һындырып юҡҡа сығарҙы.
Әлеге мәлдә Сипайловола 7890 төп ағас, 17 меңдән ашыу ҡыуаҡлыҡ үҫә. Октябрь районының Сипайлово торлаҡ хужалығы идаралығы тарафынан һәләк булған ағастар һәм ҡыуаҡтар яңыларына алмаштырыла. Мәҫәлән, былтыр биҫтәнең йорт алды биләмәләрендә 848 ағас үҫентеһе һәм 443 ҡыуаҡлыҡ ултыртылған, соҡорҙарға Иглин районынан килтерелгән уңдырышлы тупраҡ һалынған. Йорт алдарына 700 кубометр самаһы ҡара ер индерелгән.
2009 йылда ҡороған ағастарға килгәндә, бындай хәл Сипайловола ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәрендә лә күҙәтелде, сөнки йәй үтә эҫе булды. Шул уҡ ваҡытта һауа температураһы юғары булған саҡта ҡала хакимиәте ҡарары менән ағастарға һәм ҡыуаҡтарға даими һыу һибеү ойошторола".