Бүләк фонды — 23 миллиард һумдан ашыу17.11.2011
30 ноябргә тиклем республика халҡы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең бойороғон үтәү йөҙөнән уҙғарылған “Төбәктәр — тотороҡло үҫеш” конкурсында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
Эксперттар яңы етештереү технологияларын һәм идара итеү ҡарарҙарын ғәмәлгә индереүгә нигеҙләнгән, шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә иҫәпләнгән, шулай уҡ халыҡтың экология именлеген тәьмин иткән иң яҡшы проекттарҙы билдәләйәсәк.
Конкурсҡа Рәсәй субъекттарының башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған компаниялар, федераль, төбәк, урындағы власть органдары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренең проекттары ҡабул ителә. Сарала ҡатнашыу өсөн www.infrakonkurs.ru сайтындағы заявканы тултырырға, шулай уҡ проект буйынса документтарҙы конкурстың ойоштороу комитетына ебәрергә кәрәк.
Проекттарҙы баһалау йомғаҡтары буйынса 2012 йылдың 16 февралендә Мәскәүҙә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙғарыласаҡ. Конкурстың бүләкләү фонды икегә — инвестиция (23 миллиард һум) һәм грант (630 миллион һум) өлөштәренә бүленгән. Дәүләт-шәхси партнерлығы алымын ҡулланып, программаларын тормошҡа ашырыуға инвестиция алған компаниялар һәм предприятиелар, проект үҙен аҡлағас, аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад