Һуңғы йылдарҙа дәүләт тарафынан яҡлау тойған әсәләр икенсегә йә өсөнсөгә бала табырға йөрьәт итә башланы. Ишле ғаиләләрҙең артыуы күҙәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙың декрет ялындағы матди хәленең тотороҡлолоғона, сабыйҙың һәм әсәнең сәләмәтлегенә иғтибар көсәйҙе.
Заман медицинаһы көндән-көн мөғжизәле аҙымдар яһай, баланың сирҙәрен ҡарында ятҡанында уҡ иҫкәртеү, өмөтһөҙ һаналған сирле сабыйҙарҙы ла һауыҡтырыу хәҙер һис тә ғәжәп тойолмай. Әгәр ҙә медицина учреждениеларында заманса ҡорамалдар һәм тейешле дарыуҙар етешмәһә, бөгөнгө уңыштар һәм ҡаҙаныштар тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә мөмкин булмаҫ ине.
“Бала табыу сертификаты” программаһының тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә табиптарҙың, белгестәрҙең һәм урта медицина персоналының хеҙмәт хаҡы күтәрелеүе лә уйланылған мөһим аҙымдарҙың береһе булды. “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе алдына ла ҙур бурыстар ҡуйылды.
Быйыл әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға, гарантияланған бөтә пособиеларҙы түләүгә Фондтың сығымдары 7,5 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 600 миллион һумдан ашыуы “Бала табыу сертификаты” программаһын үтәүгә, йәғни медицина ойошмаларына хеҙмәттәргә түләүгә тотонола. Ниндәй хеҙмәттәр тураһында һүҙ бара һуң? Йөклөлөк мәлендә, бала тапҡанда һәм унан һуңғы осорҙа ҡатындарға һәм сабыйҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү, балаға бер йәшкә тиклем диспансер күҙәтеүе алып барыу — ошо йүнәлештәрҙе яҡшыртыуҙа, йәнләндереүҙә сертификаттарҙың өлөшө ҙур булды.
Быйыл проектты тормошҡа ашырыуҙа республикабыҙҙың 63 тораҡ пунктынан 95 медицина учреждениеһы ҡатнаша. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ун ай эсендә 47 425 сабый донъяға килгән (2010 йыл менән сағыштырғанда, дүрт процентҡа күберәк). Шул иҫәптән, 459 — ике игеҙәк, 8 өс игеҙәк тыуыу осрағы теркәлгән.
Тыуым буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғылығын һаҡлай, ә Рәсәйҙә бишенсе урында килә.
Сертификаттан файҙаланған әсәләр бала тапҡан ҡатындарҙың дөйөм һанының 96 процентын тәшкил итә. Программаның һөҙөмтәлелеген иҫәпкә алып, дәүләт артабан да уны дауам итергә ниәтләй. Бала табыу сертификаты әсәгә дауахананы һайлау хоҡуғын бирә. Медицина учреждениелары араһында конкуренция тыуҙырыуға, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға ҙур этәргес тә ул.
Р. КӘБИРОВА.
Түләүҙәр артасаҡ Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан бүлексәһе хәбәр итеүенсә, киләһе йылдан страховкаланған граждандарға ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ һәм әсәлек менән бәйле пособие күләме (район коэффициентын да иҫәпкә алып) түбәндәгесә буласаҡ:
— баланы 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие ялға киткәнгә тиклемге һуңғы ике календарь йылдағы эш урынында алған уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә билдәләнә. Шуның менән бергә пособиеның иң түбән күләме тәүге баланы тәрбиәләгәнгә — 2 822, 02 һум, икенсе һәм артабанғы балаларҙы тәрбиәләгән өсөн 5 644,03 һум буласаҡ;
— бала тыуғанда бер тапҡыр бирелгән пособие күләме — 15 050, 75 һум;
— медицина ойошмаларында йөклөлөктөң иртә срогында иҫәпкә баҫҡан ҡатындарға бер тапҡыр түләнгән пособие күләме — 564,41 һум.
Мәрхүмдәрҙе ерләүгә тәғәйенләнгән пособие күләме яңы йылдан 5 478, 55 һум тәшкил итәсәк.