Үҫеш өсөн шарттар киң05.12.2012
Район мәҙәниәт һарайында Бүздәк башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы булды. Уның эшендә ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рушан Байымов төбәктә халыҡтың рухи үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуын, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм демографик хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күрелеүен билдәләне. “Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, райондың арҙаҡлы кешеләренең исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур саралар үтеп тора. Төбәктә ырыуҙарҙың, ауылдарҙың тарихын өйрәнеү, шәжәрәләр төҙөү буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыла”, — тине ул.
Фекер алышыуҙа район хакимиәтенең халыҡ мәғарифы бүлеге методисы З. Хажиәхмәтова, мәҙәниәт һәм ял үҙәге директоры Д. Төхвәтуллина, Бүздәктәге 1-се мәктәптең туған тел уҡытыусыһы С. Сугарова, “Бүздәк яңылыҡтары” район гәзите мөхәррире Д. Туҡтамышев, ҡоролтайҙың йәштәр советы ағзаһы Г. Хәбибуллина ҡатнашты. Сығыштарҙа мәктәптә туған телде уҡытыу, халыҡ йолаларын һәм байрамдарын тергеҙеү һәм үҫтереү, йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре сағылыш тапты.
Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанованың ҡатнашыуы ла йыйынға мәртәбә өҫтәне. Ул йәш быуынды тәрбиәләүҙә, туған телгә һөйөү уятыуҙа ғаиләнең айырыуса ҙур роль уйнауын билдәләне.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г. Шакиров ҡоролтай ағзаларын тағы ла ҙурыраҡ әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы. Ҡарарҙа ҡоролтай эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре билдәләнде. Улар араһында йәш быуынды милли йолаларға, мәҙәниәткә йәлеп итеүҙә, туған телгә хөрмәт һәм мөхәббәт тәрбиәләүҙә ғаиләнең ролен күтәреү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсаты менән йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе ижади конкурстарға, спорт сараларына ылыҡтырыу, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүҙең мөһимлеге, барлыҡ ауыл биләмәләрендә ҡоролтайҙың башланғыс ойошмаларын төҙөү кәрәклеге билдәләнде.
Р. ГӘРӘЕВА.
Бүздәк районы.


Вернуться назад