Туғандарың ҡайҙа эшләй?05.12.2012
Балалар баҡсаһы мөдире үҙенең эргәһенә эшкә туғандарын йыйҙы. Был рөхсәт ителәме?
С. Әбүбәкерова.
Күгәрсен районы.
Законға ярашлы, коммерцияға бәйле, шәхси һәм башҡа ойошмалар етәкселәренә үҙ эргәһенә эшкә туғандарын йыйыу тыйылмай. Дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәт вазифаларында, шулай уҡ норматив хоҡуҡ акттарында ошондай сикләүҙәр билдәләнгән дәүләт структураларында ғына башлыҡтың ҡарамағында яҡын туғандар эшләргә тейеш түгел.
Хакимиәттә
яуап алырһығыҙ
Пенсионерҙар һәм инвалидтар ергә һалым түләүҙән азат ителәме?
Б. Яубаҫаров.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Һалым кодексының 15-се статьяһына ярашлы, ер һалымы урындағы һалымдар иҫәбенә инә, шуға күрә льготалар Һалым кодексы һәм муниципаль берәмектәрҙәге вәкиллекле органдарҙың норматив хоҡуҡ акттары менән билдәләнә.
Халыҡтың айырым төркөмдәрен, шул иҫәптән пенсионерҙарҙы һәм инвалидтарҙы, ер һалымы түләүҙән бушатыу мәсьәләләре ошо вәкиллекле органдар ҡарамағына инә. Тимәк, был һорауға яуапты үҙегеҙ йәшәгән йәки ер участкаһы урынлашҡан биләмә хакимиәтендә алырға мөмкин.
Түләргә
нигеҙ бармы?
Капиталь ремонт бер ҡасан да үткәрелмәгән йортта хосусилаштырылған фатирым бар, ләкин унда йәшәмәйем. Әле көн күргән йортта коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ түләүҙән баш тартҡаным юҡ, ә бына буш торған фатирҙа ремонт һәм коммуналь хеҙмәттәргә аҡса талап итеүҙәре аптырата. Улар хаҡлымы?
Р. Ҡотлобаев.
Өфө ҡалаһы.
Торлаҡ кодексына ярашлы, фатир милексеһе йортта йәшәмәгән хәлдә лә уны һәм ошо биналағы дөйөм мөлкәтте төҙөкләндереү, хеҙмәтләндереү өсөн хаҡ түләргә тейеш. Ошо уҡ Кодекстың 155-се статьяһында “милекселәр тарафынан бинаның файҙаланылмауы уның өсөн хаҡ түләмәүгә нигеҙ була алмай” тип аныҡ билдәләнә.